«Сулпан» арышы

Башҡортостанда сығарылған арыш сорты

«Сулпан» — арыш сорты.

Төрлө экологик гибридтар һәм күп тапҡыр һайлап алыу аша күп һанлы иң яҡшы биотиптарҙың ҡатмарлы синтетик популяцияһы иҫәбенә формалаштырыу ысулы менән барлыҡҡа килгән.

Оригинатор һәм патент эйәһе: Рәсәй ауыл хужалығы академияһы Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты НИИСХ Дәүләт ғилми учреждениеһы (ФГБНУ).

Сорт авторы: С. А. Ҡунакбаев, Лещенко Н.И, Власова А. М.

Сорттың тасуирламаһы

үҙгәртергә

Сулпан сорты һабағы ныҡ, һығылмалы, йығылыуға тотороҡло. Үҫемлек бейеклеге — 75 см-ҙан тиклем 130 см-ға тиклем. Башағы орсоҡҡа оҡшаш, һирәгерәк осраҡта призмаға оҡшаған, асыҡ-һары төҫтә, оҙонлоғо уртаса һәм оҙон (9-13 см). Орлоғо ярым асыҡ, оҙонса һәм оҙонса-түңәрәк, асыҡ-һары төҫтә. Сорты уртаса һуң өлгөрөүсән, вегетация осоро 306—344 көн тәшкил итә.

1000 орлоҡтоң ауырлығы — 28-30 г. Юғары уңыш биреүсе, ҡышҡа бирешмәүсән, ҡоролоҡҡа тотороҡлоғо яҡшы. Уңышы гектарынан 60-85 центнерға тиклем барып етә.

Ҡараһыу һоро һәм һабаҡ тутығы, онло ысыҡ кеүек үҫемлек сирҙәренә ярайһы уҡ тотороҡло.

1999 йылда Сулпан сорты ҡатнашлығында тәпәш буйлы Сулпан 3, Сулпан 7, шулай уҡ Ҡунакбаевты хәтерләү (2010 йыл) сорттары сығарылған. Сулпан 7 сорты уртаса йыл уңышы гектарынан 53,2 центнер тәшкил иткән стандартты продуктлылығы буйынса гектарынан 4,8ц-ға арттырҙы.

Таралыуы

үҙгәртергә

Сорт Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикаларында, шулай уҡ Силәбе, Вологда, Киров өлкәһендә, Алтай крайы һәм башҡа күп өлкәләрҙә районлаштырылған. 1979—1986 йылдарҙа барлығы элекке Советтар Союзының 40 өлкәһендә, крайында һәм республикаһында райолаштырылған. Әлеге ваҡытта РФ-ның 9 төбәге Дәүләт реестрында тора.

Һылтанмалар

үҙгәртергә