«СССР легендалары» музейы

«СССР легендалары» музейыРостов өлкәһенең Каменск-Шахтинский ҡалаһында шәхси музей

Музей «Легенды СССР»
Асылған ваҡыты 2016 год
Урынлашыуы Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Каменск-Шахтинский,
Ростовская область
Сайт sssr-hotel.ru
Логотип Викисклада Музей «Легенды СССР» Викимилектә

Музей 2016 йылдың 2 майында[1] СССР-ҙың — Советтар Союзында ике көн — 1 һәм 2 майҙа билдәләнгән дәүләт байрамы «Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнөндә» асыла

Музей бинаның беренсе һәм цоколь ҡатын биләй, икенсе һәм өсөнсө ҡатта "СССР" ҡунаҡханаһы урынлашҡан. Ҡунаҡхана-музей комплексын шәхси эшҡыуар Владимир Михайлович Бесчетный ойошторған

Музейға килеүсе һөт продукттары өсөн быяла һауыт-һабаларҙан башлап «Аҡсарлаҡ» автомобилдәре меннә тамамланған Советтар Союзы стилендәге шарттарға килеп эләгә. Бөтә экспонаттар — төп нөсхә булып тора.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Комплекс М-4 «Дон» трассаһының 932 километрында урынлашҡан. Адресы: Герой пионерҙар урамы, 91 -, телефон: 8-938-145-70-48.

09:00 сәғәттән алып 19:00 сәғәткә тиклем көн һайын эшләй, тәнәфес 14:00 сәғәттән алып 14:30 сәғәткә тиклем (йәй һәм ҡыш ваҡыты үҙгәрә). Билет хаҡы: өлкәндәргә — 200 һум, 14 йәшкә тиклем балаларға — 100 һум, 7 йәшкә тиклемге балаларға — бушлай.

«СССР легендалары» комплексы эргәһендә «Байк-отель» ҡунаҡханаһы[2], йәйге кафе, автопарк, АЗС «Лукойл» урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә