«Ростовты азат итеүселәргә» стелаһы

«Дондағы Ростовты немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүсе яугирҙарға» һәйкәл-стелаһы — ҡаланы немец ғәскәрҙәренән азат итеүҙең 40 йыллығы хөрмәтенә Дондағы Ростовтың үҙәк майҙанына ҡуйыла. 1983 йылдың 8 майында тантаналы асыла[1].

Һәйкәл
«Ростовты азат итеүселәргә» һәйкәл-стела
Иҫтәлекле стела, 2012 йыл
Иҫтәлекле стела, 2012 йыл
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Архитектор Рукавишников Иулиан Митрофанович, А. Н. Филиппова, Н. Н. Миловидов

Ростовта азат итеүсе яугирҙарға һәйкәл ҡуйыу ҡарары 1943 йылда, ҡала азат ителеү менән халыҡтың Театр майҙанындағы йыйылышында ҡабул ителә. Һәйкәл һәм уның эргәһендәге сквер проекты әллә күпмеүҙгәртеп эшләнелә, әммә ҡала бюджетында барыбер аҡса табылмай. Проект «туңдырыла», ләкин 1980 йылдарҙа был мәсьәлә ҡабат күтәрелә. Был юлы архитекторҙар И. М. Рукавишников, А. Н. Филиппова, Н. Н. Миловидовтарҙың 1980 йылда тамамланған проекты еңеп сыға.

Төҙөлөшө

үҙгәртергә

Һәйкәл проекты ул ваҡыт өсөн бик ҡатмарлы була. Эшләүселәр конструкциияға, материалдар етмәүгә һәм төҙөлөш ҡатмарлыҡтарына бәйле проблемалар менән осраша. Бөтә мәсьәләләр ҙә проектты эшләүселәрҙең фиҙакәрлеге һәм хөкүмәттәге бөйлнештәре аша хәл ителә.

Күп эксперттарҙың фекеренсә, Ростовта бындай масштабтағы һәйкәлдәр бер ваҡытта ла төҙөлмәгән.

2015 йылдың сентябрендә Дондағы Ростовтың иң билдәле һәйкәлдәре, шул иҫәптән, «Ростовты азат итеүселәргә» һәйкәл-стелаһы ла төнгө яҡтыртыу сығанаҡтары менән йыһазландырыла[2].

Һүрәтләнеше

үҙгәртергә

Карап моронона оҡшаған 100 тонналыҡ стела 72 метрлыҡ бейеклеккә ынтыла. Дона яғынан уны ҡанатлы еңеү аллаһы Ника (совет осоронда уны Ватан-Әсә тип раҫлайҙар) биҙәй, яғынан Театр майҙаны яғынан — I дәрәжә Ватан һуғышы орденының макеты.

Стела итәгендә һыу һәм мәңгелек ут менән табаҡ тора, нигеҙен туфтан эшләнгән рельеф урата, унда «Фронт», «Тыл», «Тыныслыҡ» темалары сағылдырылған. Рельеф, үҙ сиратында, контурҙы кәүҙәләндерә. Уның эсенә 12 ҡыңғырауҙан торған ҡыңғыраулыҡ ҡуйылған. Архитекторҙың идеяһы буйынса, мемориалда бейеклек, һыу, ут, яҡтылыҡ һәм тауыш йәнәш килә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә