«Йыуан һәм нәҙек» скульптура композицияһы (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
«Йыуан һәм нәҙек» скульптура композицияһы
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог |
Проект авторы | Давид Бегалов |
Төҙөлгән ваҡыты | 2010 |
Бөгөнгө хәле | яҡшы |
«Йыуан һәм нәҙек» скульптура композицияһы Викимилектә |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Скульптурная композиция «Толстый и тонкий» г. Таганрог |
«Йыуан һәм нәҙек» скульптура композицияһы — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы А. П. Чеховтың «Йыуан һәм нәҙек» хикәйәһе геройҙарын һүрәтләгән һәйкәл. 2010 йылда һәйкәл асылған. Авторы — скульптор Давид Бегалов.
Тарихы
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Йыуан һәм нәҙек» хикәйәһе яҙыусы ижадының иртәрәк осорға ҡараған әҫәре, 1883 йылда яҙылған. Хикәйәлә Николай тимер юл вокзалдарының береһендә ике синыфташтың осрашыуы тасуирлана. Уларҙың береһе, Михаил, һимеҙ, тормошонан ҡәнәғәт кеше. Икенсе иптәше, Порфирий, Чехов тарафынан нәҙек, ябыҡ, ҡатыны һәм улы тураһында хәстәрлеккә сумған итеп һүрәтләнә.
Дуҫтарҙың әңгәмәһенән асыҡланыуынса, Порфирий коллеж асессоры (рангтар тураһындағы Табелдә VIII класс гражданлыҡ чины), ағастан портсигарҙар эшләй һәм йәшереп кенә уларҙы һата. Михаил иһә — Тайный советник (рангтар тураһындағы Табелдә IV класс гражданлыҡ чины, армияла генерал-лейтенант дәрәжәһенә һәм флотта вице-адмирал дәрәжәһенә тап килә).
Йәмғиәттәге урындары асыҡланыу менән Порфирийҙың үҙен тотошо үҙгәрә. Чехов былай тип яҙа: «Нәҙек ҡапыл ағарынды, ҡатып ҡалды, әммә тиҙҙән уның йөҙө киң йылмайыу менән ян-яҡҡа йәйелде; уның күҙҙәренән һәм йөҙөнән осҡондар сәселгән һымаҡ булды. Ул үҙе бөршәйҙе, бөкрәйҙе, бәләкәсәйеп ҡалды». Порфирий үҙенә хас булған дәрәжәне ололау хисен еңә алмай. Чехов хикәйәһендә, кешеләрҙең үҙ-үҙен тотошона уларҙың йәмғиәттә биләгән социаль хәле йоғонтоһон, һәм шуның менән бәйле фекерләү стереотибын күрһәтә.
Дуҫтарҙың осрашыуы, 2010 йылдың 13 майында, Таганрог ҡалаһының Гоголь тыҡрығында, «Чеховтар кибете» музейы эргәһендә асылған «Йыуан һәм нәҙек» һәйкәленең скульптура композицияһында күрһәтелә. Һәйкәл бронзанан эшләнгән һәм тәпәш пьедесталға урынлаштырылған. Унда Михаил һәм Порфирий, Порфирийҙың улы һәм ҡатыны һүрәтләнгән. Хикәйәлә геройҙарҙың тышҡы ҡиәфәте һүрәтләнмәһә лә, Ростов скульпторы Давид Бегалов геройҙарҙың йәмғиәттәге хәлен уларҙың һыны аша һүрәтләй. Бәләкәй генә, ялағайланыусы чиновник, түбәнселек һәм ихтирамын белдереп, кәкерәйгән торошта һүрәтләнә. Тайный советниктың ҡул таяғы менән яҡшы костюмдағы һыны, ресторандағы туҡлыҡлы төшкө аштан һуң, үҙ-үҙенән ҡәнәғәтлек һәм үҙенә ышанғанлыҡ тойғоһон күрһәтә. Порфирийҙың ҡатыны менән улы элекке дуҫтарҙың һөйләшеүен ҡыҙыҡһынып тыңлайҙар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Памятник «Толстый и тонкий» изображает персонажей из одноимённого рассказа А. П. Чехова
- Таганрог. 2016 йыл 3 октябрь архивланған. Памятники, бюсты, памятные места. 2016 йыл 3 октябрь архивланған.
- Скульптурная композиция «Толстый и тонкий» 2016 йыл 9 сентябрь архивланған.