«Димитрий Ростовский ҡәлғәһенә нигеҙ һалыусыларға» һәйкәле

«Димитрий Ростовский ҡәлғәһенә нигеҙ һалыусыларға» һәйкәле — Дондағы Ростовтың үҙәгендә, ҡалаға нигеҙ һалыусылар: ҡәлғә төҙөлөшө етәксеһе Александр Ригель, беренсе комендант Иван Сомов, таможня идарасыһы Василий Астанов, Дон ғәскәрҙәре командующийы Данил Ефремов һәм уның адьютанты — доломановск казагына бағышланған һәйкәл. Скульптор С. Олешне һәм архитектор В. Фоменко эшләгән һәйкәл 2009 йылдың 15 декабрендә асыла һәм Дондағы Ростовтың 260 йыллыҡ юбилейына тап килтерелә. Скульптура композицияһы изге Димитрий Ростов ҡәлғәһе торған урынға ҡуйыла[1].

Һәйкәл
Димитрий Ростовский ҡәлғәһенә нигеҙ һалыусыларға
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Скульптор С. Олешне
Материал бронза

Һүрәтләнеше

үҙгәртергә

Һәйкәл бронзанан ҡойолған, биш фигуранан торған биш тонналыҡ скульптура композицияһынан ғибәрәт. Унда Дондағы Ростов тарихына башланғыс һалған төҙөләсәк ҡәлғә планы буйынса фекер алышыу мәле һүрәтләнә. Проект традицион һәйкәлгә ҡарағанда, ҡала скульптураһы стилендә эшләнгән. Ҙур булмаған постамент урам кимәленән саҡ ҡына өҫтәрәк тора. Постамент үҙе бейек булмаған дүрт киртләсе, бер нисә тиҫтә сантиметр ғына бейегерәк торған майҙанға барып тоташа. Атаман Ефремов трофей пушка өҫтөндә һүрәтләнә, казак ҡулына елдә елберләгән әләм тотҡан. Ҡалған геройҙар 12 мөйөшлө ҡәлғәнең рельеф планы өҫтөнә эйелгән[2].

Һәйкәлдә тарихи ысынбарлыҡ сағылыуы тәнҡиткә дусар була, сөнки уның буйынса бер тапҡыр ҙа фекер алышыу ойошторолмай, ә ул Санкт-Петербургта инженер Веденеев тарафынан башҡарыла, бер нисә тапҡыр А. Ригельман тарафынан үҙгәртелеүе ихтимал. Ригельман Донға ҡәлғәнең раҫланған проекты буйынса эшләүсе тәҙәүсе инженер итеп ебәрелә һәм уның проектты кем менәндер тикшереү хоҡуғы булмай[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Памятник «Основателям крепости Димитрия Ростовского». Ростовская областная детская библиотека имени В. М. Величкиной. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.
  2. Памятник основателям крепости святого Димитрия Ростовского установят в Донской столице. Дон-ТР. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.(урыҫ.). Дон-ТР. 19 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  3. Основателям крепости Дмитрия Ростовского. Памятники Дона. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.(урыҫ.). Памятники Дона. 19 ғинуар 2017 тикшерелгән.