«Артёмка» һәйкәле

2010

Һәйкәл
«Артёмка» һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Чехова урамы, 88
Скульптор Д. Бегалов
Төҙөлгән ваҡыты 2010 йыл
Материал бронза
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек

«Артемка» һәйкәле — скульптор Давид Бегаловтың Таганрогта яҙыусы И. Д. Василенконың билдәле әҙәби геройы хөрмәтенә эшләнгән скульптура композицияһы.

Скульптура композицияһы

үҙгәртергә

Картуз кейгән, ялан аяҡлы малайҙың эшкәртелмәгән гранит ташы рәүешендә ҡуйылған постаменттаҡы бронза һыны. Артемка уң ҡулына Иван Василенко беренсе «Тылсымлы ҡумта» хикәйәһендә һүрәтләнгән бәләкәй генә ҡумтаны ҡыҫып тотҡан (1937).

Иван Василенконың әҙәби геройына һәйкәл Таганрогта 2010 йылдың майында, яҙыусының Чехов урамы, 88 адресы буйынса урынлашҡан йорт-музейы алдында асыла[1]. Тантана әҙиптең тыуыуына 115 йыл тулыуға тап килтерелә. Блонская исемендәге балалар художество мәктәбе һәм Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яҙыусының әҫәрҙәре буйынса һүрәттәр эшләп, күргәҙмәгә ҡуя. Иң яҡшы рәсем хужалары һәйкәлде асыу хоҡуғын ала.

Вандаллыҡ тарихы

үҙгәртергә
  • 2010 йылдың 13 сентябренә ҡарай төндә билдәһеҙ вандалдар һәйкәлде постаменты менән бергә ауҙара. Һөҙөмтәлә Арметканың башы ватыла[2][3]. Ҡыйратыусылар матди маҡсаттан эш итмәй, сөнки бронзанан эшләнгән башты улар шунда ташлап ҡалдыра[4].
  • 2012 йыл 27 авгусы төнөндә Артемканы постаменттан йолҡоп алалар[5]. Билдәһеҙҙәр һәйкәлде алып китергә маташа, оәкин уларға нимәлер ҡамасаулай, күрәһең. Полици һәйкәлде ҡуйылған урынынан бер ни тиклем алыҫлыҡта таба[6].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Ларина Т. Артемка «прописался» в Таганроге 2016 йыл 4 март архивланған. // Таганрог.su. — 2010. — 7 июня.
  2. Сазонова Е. Кто в ответе за Артёмку? // Таганрогская правда. — 2010. — 16 сент.
  3. Собств. корр. В Таганроге вандалы разрушили скульптуру «Артемка» // Комсомольская правда. — 2010. — 18 сент.
  4. Васильев С. «Безголовые» оставили Артёмку без головы // Новая таганрогская газета. — 2010. — 18 сент.
  5. Сазонова Е. «Артёмка» ушёл, но обещал вернуться…(недоступная ссылка) // Таганрогская правда. — 2012. — 6 сент.
  6. Дикунова У. В Таганроге вандалы разрушили памятник Артемке 2018 йыл 12 июль архивланған. // 161.ru. — 2012. — 10 сент.