«Аждаһа» (шиғыр)

Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 1917 йылда яҙылған

«Аждаһа» — Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 9-сы кластың Башҡорт әҙәбиәте дәресе программаһына индерелгән. 1917 йылда яҙылған[1][2].

«Аждаһа»
Атамаһы «Аждаһа»
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Нәшер ителеү ваҡыты 1917

Мәжит Ғафуриҙың Октябрь инҡилабы осорондағы ижады

үҙгәртергә

Мәжит Ғафури ил һәм ябай хеҙмәт халҡы өҫтөнә килгән тарихи-ижтимағи афәтте — һуғышты аңлау юлында ҡапма-ҡаршылыҡлы ҡараштар аша шаҡтай үҫеү юлын үтә. Февраль инҡилабынан Октябрь инҡилабына тиклемге аралыҡта шағир «Бөтһөн һуғыш», «Икмәк! Икмәк!» сәйәси көн ҡаҙағына тап килгән шиғырҙар яҙҙы[3]. 1917 йылдың август-сентябрендә Урыҫ армияһының Юғары баш командующийы Корнилов Петроградта хәрби бәрелештәр ойоштора. Ваҡыытлы хөкүмәт вәкәләтлеген һалырға тейеш була, илдә Директория урынлаштырыу проекты ҡарала. Петроградта ҡамау хәле (комендант сәғәте, цензура, ялан судтары) булдырырға, митингтар, демонстрацияларҙы тыйырға тәҡдим ителә. Корнилов, «Рәсәйҙе ҡотҡарыу маҡсатында», тулы власты үҙ ҡулына алыуҙы планлаштыра. Корнилов сығышы тар-мар ителеү эҙемтәһендә власҡа большевиктар килә.

«Аждаһа» шиғыры

үҙгәртергә

Мәжит Ғафуриҙың «Аждаһа» шиғырын «Ирек» гәзитенең 1917 йылдың 11 сентябрь һанында баҫыла. 1978 йылда баҫыла башлаған 4 томлыҡтың 1-се томында 1917, 1922 йылда нәшер ителгән «Ҡыҙыл байраҡ» йыйынтығы буйынса килтерелде. Шағирҙың 1950 һәм 1954 йылғы йыйынтыҡтарында әҫәрҙең ҡайһы бер һүҙҙәре үҙгәртеп алынды.



Хөрриәт байрағылыр тотҡаныбыҙ,
Әйҙә шул юлда түгелһен ҡаныбыҙ,
Ҡыҙғаныс түгел бөтә мал, йәнебеҙ.
Әһле хөрриәт, тағы ҡуҙғалығыҙ!..
Баш күтәрмәксе була дошманыбыҙ…
Баҡсы! Дошман үлмәгән, ул ҡуҙғала,
Хөрриәт емешен халыҡтан ҡыҙғана,
Әкрен-әкрен ҡанлы ҡылысын ҡулға ала.
Әһле хөрриәт, тағы ҡуҙғалығыҙ!..
Баш күтәрмәксе була дошманыбыҙ…
Хөрриәт әһлен улар еңмәкселәр,
Ҡол итеп, беҙҙе һаман иҙмәкселәр,
Эшселәрҙе эт итеп екмәкселәр.


Әһле хөрриәт, тағы ҡуҙғалығыҙ!..
Баш күтәрмәксе була дошманыбыҙ…
Ҡанлы байраҡтарҙы тәкрар ҡулға алайыҡ,
Ул яуыз дошманға ҡаршы ҡуҙғалайыҡ,
Хөрриәт йырҙарын йырлап барайыҡ.
Әһле хөрриәт, тағы ҡуҙғалығыҙ!..
Баш күтәрмәксе була дошманыбыҙ…
Мәңгегә үлтерелһен ул ҙур аждаһа,
Баш күтәрмәҫлек булып был донъяға,
Сын хәҡиҡәткә бирелһен сын баһа.
Әһле хөрриәт, тағы ҡуҙғалығыҙ!..
Баш күтәрмәксе була дошманыбыҙ…

Төп фекере һәм художество алымдары

үҙгәртергә

Ике инҡилап — Февраль һәм Октябрь революциялары — араһындағы ҡатмарлы осорҙа гражданлыҡ шиғриәтен үҫтереүҙә Ғафури күп көс һалды, үҙенсәлекле ижади батырлыҡ күрһәтте.

Ғафури, үҙ заманының рухына тап килгән ҡараштан сығып, хеҙмәтсән халыҡты тағы ла «ҡол итеп... иҙмәксе», «ҡанлы ҡылысын» ҡулына алған дошман был ҡораллы көрәште башланы тип хафалана, «Мәңгегә үлтерелһен ул ҙур аждаһа, Баш күтәрмәҫлек булып был донъяға» тигән саҡырыу ташлай. Шиғыр шуға «Аждаһа» тип аталған да инде.

«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы

үҙгәртергә

2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Шиғри флешмобта күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[4].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
  • Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (430, 487 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • История башкирской литературы. Т. 1. Уфа: Китап, 2014.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
  2. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (430, 487 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  3. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (430, 487 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  4. Флешмоб «Поэты читают поэта» к 140-летию Мажита Гафури