'Башкирский изумруд' алмағасы
'Башкирский изумруд' — йорт алмағасы сорты.
Сығышы
үҙгәртергәКөҙ ахырында өлгөрөүсән 'башкирский изумруд' сорты Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары Г. А. Мансуров, Х. Н. Фазлиәхмәтов, Т. Г. Демина тарафынан 'уральское наливное' сортын 'коричное новое' сорты менән һеркәләндереп сығарыла.
Таралыу даирәһе
үҙгәртергәСорт 2001 йылда Башҡортостан Республикаһында, Киров һәм Ырымбур өлкәләрендә районлаштырыла.
Авторҙар беҙҙә киң таралған 'уральское наливное' сортын яҡшыртыу маҡсатын ҡуя.
Сорттың тасуирламаһы
үҙгәртергәУртаса ҙурлыҡтағы ағас, сатыры уртаса ҡуйылыҡта. Йәш ағастың сатыры тарбаҡлы, емеш бирә башлағас, киңсә түңәрәк ҡиәфәт ала. Ботаҡтары тура, олондан 90 градусҡа яҡын мөйөш яһап үҫәләр. Штамбындағы һәм төп ботаҡтарҙағы ҡайыры шыма, йәшкелт төҫтә. 4-5 йыл тигәндә емеш бирә башлай. Уңышы — гектарҙан 160—470 центнер. Уңыш биреүсәнлеге даими, бик әҙ ҡойола.
Үренделәре нәҙек, тура, түңәрәк әйләнәле, ҡыҙғылт-көрән төҫтә. Лентиселдары аҙ, ваҡ һәм ҡабарынҡы. Бөрөләре ятыбыраҡ тора, ҡыҙғылт-көрән төҫтә, конус рәүешендә. Япраҡтары уртаса, оҙонса. Сәскәләре лә уртаса ҙурлыҡта, ваҡ каса рәүешле, алһыу төҫтә, емешлек ауыҙы менән һеркәлектән өҫтәрәк урынлашҡандар.
Емештәре 55-87 г ауырлыҡта, бер төрлө ҙурлыҡта, конус рәүешле, дөрөҫ формалы, уртаса ҡалынлыҡтағы шыма ҡабыҡлы.
Сорт емештәренең химик составы: ҡоро матдәләр — 16,4 %, шәкәрҙәр — 10,4 %, әселеге — 0,47, пектин — 0,79 %, аскорбин кислотаһы — 11 мг/100 г.
Емештәрҙе һаҡлау мөҙҙәте — 120 көн. Иң ҡулай һеркәләндереүселәр: 'башкирский красавец', 'бузовьязовское', 'уральское наливное'.
Сорттың яҡшы яҡтары: һәйбәт ҡышлаусанлыҡ, ҡутырға бирешмәүсәнлек.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Фатьянов В.И. Золотые сорта плодовых культур. — Вече, 2005. — 224 с. — ISBN 5-9533-0683-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сорт «Башкирский изумруд» 2013 йыл 1 май архивланған. №9608559 в Госреестре