"Хоруми" бейеүе
«Хоруми» — (груз. „ხორუმი“) — Аджариялағы бик билдәле бейеү, Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы.
"Хоруми" бейеүе | |
Дәүләт | Грузия |
---|
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБыл грузин яугирҙарының ҡаһарманлығын һәм ҡыйыулығын һүрәтләгән хәрби бейеү.
Уны башта ҙур булмаған күп ир-ат төркөмө башҡарған, әммә хәҙерге интерпретацияла, ғәҙәттә, 30-40 бейеүсе ҡатнаша. Бейеү прелюдия менән башлана: башта сәхнәгә бер нисә ир-егет сыға һәм хәрби лагерь ғуйыр урын эҙләргә тотона. Тапҡас, хеҙмәттәштәрен сәхнәгә саҡыралар. Ғәскәрҙең сәхнәгә сығыуы — һоҡланырыҡ, таң ҡалдырырлыҡ тамаша.
Дошманды аңдып табып, алышта еңгәндән һуң «яугирҙар» үҙенең еңеүен билдәләй.
Хоруми — ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү бейеүе ул. Ҡайһы бер бейеү хәрәкәттәре быуындан-быуынға тапшырылып килеп, беҙҙең көндәргә тиклем еткән[1].
«Хоруми» бейеүе 2013 йылдың 25 ноябрендә Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән[2]