Буҙйегет ҡиссаһы

("Буҙйегет ҡиссаһы" битенән йүнәлтелде)

Үткән быуаттарҙа төрки халыҡтарында Буҙйегет-Ҡарасәс сюжетына ҡараған фольклор һәм яҙма әҙәбиәт әҫәрҙәре ярайһы ғына таралып киткән. Шулай уҡ башҡорт халҡында ла шундай әҫәрҙәр яҙылған. Уны 1842 йылда Өфөлә Баһауи исемле шағир ижад иткән. Ул «Буҙйегет ҡиссаһы» тип атала. Хәҙерге ваҡытта төп нөсхәһе Рәсәй Фәндәр академияһының Санкт-Петербург филиалы фондында һаҡлана. Ул Н. Т. Зарипов тырышлығы менән Ағиҙел журналының 1979 йылдың декабрь һанында баҫтырыла. Аҙаҡ Башҡорт халыҡ ижады серияһының «Эпос. Өсөнсө китап» баҫмаһында донъя күрҙе.

Әҫәрҙең йөкмәткеһе

үҙгәртергә

Буҙйегет менән Ҡарасәс бер-береһен төштәрендә күреп ғашиҡ була. Аҙаҡ бер-береһен табыу өсөн төрлө ҡаршылыҡтарға юлығып, ауырлыҡ менән осрашалар. Тик бергә йәшәп китә алмайҙар.Ҡара көстәр арҡаһында фажиғәле рәүештә һәләк булалар.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • «Ағиҙел» журналы 1979 йыл 12-се һан
  • Башҡорт халыҡ ижады.
  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Өфө «Китап» 2001 йыл.