Alyona Alyona

украин башҡарыусы

Alyona Alyona, ысын исеме Алёна Олеговна Савраненко (укр. Альона Олегівна Савраненко; 1991 йылдың 14 июнендә Украинаның Кировоград өлкәһендә Капитановка ҡасабаһында тыуған) — украин хип-хоп- һәм рэп-башҡарыусы.

Alyona Alyona
укр. Альона Олегівна Савраненко
Төп мәғлүмәт
Исеме

укр. Альона Олегівна Савраненко

Тулы исеме

Алёна Олеговна Савраненко

Тыуған

14 июнь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (32 йәш)

Тыуған урыны

Капитановка, Новомиргород районы, Кировоград өлкәһе, Украина

Ил

Украина Украина

Һөнәрҙәре

рэпер, элек—балалар баҡсаһында тәрбиәсе

Әүҙем йылдары

2013 — хәҙерге ваҡыт

Инструменттар

вокал

Жанрҙар

хип-хоп, рэп

alyona-alyona.com
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Алёна Савраненко 1991 йылдың 14 июнендә Кировоград өлкәһендә Капитановка ла тыуған[1][2].

Ике юғары белемгә эйә[3]. Григорий Сковорода исемендәге Переяслав-Хмельницкий дәүләт педагогия университетын тамамлаған.

Барышевка ла "Теремок" балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән. Шулай уҡ Дерновка ауылында балалар баҡсаһы мөдире булған. Балалар баҡсаһында бөтәһе 4 йыл эшләгән.

Рэп-текстарҙы бала сағынан яҙа, әммә киң тамашасылар өсөн уларҙы 27 йәшендә, Youtube видеохостингында видеолар һала башлағас ҡына күрһәтә башлай. 2018 йылдың октябрендә тәүге видеоклибы "Рибки" донъя күрә, ә 12 ноябрҙә "Голови"[4] йырына икенсе видеоклибы сыға һәм уны бер ай эсендә 1000000 ашыу кеше ҡараған[5].

2018 йылдың 30 ноябрендә Alyona Alyona «Відчиняй» йырына клип сығара[6][7].

Ошо уҡ йылдың декабрендә тағы бер клип — «Залишаю свій дім» сығара, унда артистка Барышевканан китә.

«Від Крут до Брюсселя»[8] форумы менән ығы-зығы ваҡытында Алёна тағы бер йыр[9] — «Обіцянки»[10] сығара.

 
Alyona Alyona M1 Music Awards 2019 премияһында

2019 йылдың 8 апрелендә йырсының "Пушка" тигән тәүге дебют альбомы донъя күрә[11] һәм титул йырға клип сыға[12].

2020 йылда "Танцы со звездами" шоуында ҡатнаша.

2021 йылдың 15 ғинуарында Music Moves Europe Talent Awards премияһының тамашасылар һөйөүе призын яулай[13].

Ижадының баһалары үҙгәртергә

2018 йылдың 15 ноябрендә "Дождь" телеканалына биргән интервьюһында билдәле украин йырсыһы Иван Дорн Alyona Alyonaны үҙенең фекере буйынса иң ҡыҙыҡлы 5 украин артисы исемлегенә индерә[14].

2018 йылдың 2 декабрендә рус телендәге сыҡҡан "Meduza" интернет-баҫмаһы «Відчиняй» йырына сыҡҡан клибты аҙнаның иң яҡшы йырҙар һәм клиптар исемлегенә индерә[15]. Шулай уҡ «Відчиняй» йыры "Свобода" радиоһының ноябрь айының топ-10 исемлегенә инә[16].

2019 йылдың 18 декабрендә Alyona Alyonaның YUNA-2019 украин музыкаль премияһының «Рибки» йыры өсөн "Лучший хип-хоп хит" номинацияһына тәҡдим ителгәне билдәле була[17].

Дискографияһы үҙгәртергә

Альбомдары үҙгәртергә

  • 2019 — Пушка[18]
  • 2021 — GALAS

EP

  • 2019 — В хаті МА

Синглдары үҙгәртергә

  • 2018 — «Голови»
  • 2018 — «Відчиняй»
  • 2018 — «Залишаю свій дім»
  • 2019 — «Булінг»
  • 2019 — «Завтра»
  • 2019 — «Мамин суп»
  • 2019 — «Забирай»

Видеографияһы үҙгәртергә

Йыл Клип Режиссёры Альбом
2018 «Рибки» Delta Arthur Пушка
«Рибки 2» Ян Болотов
«Голови» Александр Прилуцкий
«Відчиняй» Ян Болотов
«Залишаю свій дім» Delta Arthur
2019 «Пушка»
«Падло» Nathan Daisy
«Велика й смішна» Delta Arthur
«Булiнг» Delta Arthur & Basket Films В хаті МА
«Завтра» Films Basket
«Мамин суп» Yan Bolotov
2020 «Дикі танці» Anya Velosipedova

Наградалары һәм номинациялары үҙгәртергә

Йыл Премия Категория Һөҙөмтә
2018 Украинаның националь музыкаль премияһы«YUNA-2019»[19] Иң яҡшы хип-хоп хит Номинация
2019 ANCHOR Award 2019[20] Иң перспективалы йәш талант Еңеү

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Воспитательница детсада из Барышевки стала известной рэпершей (30 ноябрь 2018).
  2. alyona alyona: первое интервью с самой нашумевшей рэпершей Украины (22 ноябрь 2018).
  3. Alyona Alyona, бодіпозитив і «Рибки». Інтерв'ю нової зірки українського репу (укр.). Радио «Свобода» (30 ноябрь 2018).
  4. alyona alyona. alyona alyona – Голови (12 ноябрь 2018). Дата обращения: 9 апрель 2019.
  5. Украинская «рэп-воспитательница» Alyona Alyona собрала свой первый миллион просмотров на YouTube. УНИАН (13 декабрь 2018).
  6. alyona alyona. alyona alyona – Відчиняй (30 ноябрь 2018). Дата обращения: 9 апрель 2019.
  7. Воспитательница-рэперша из Барышевки выпустила клип на новую песню "Відчиняй". 112 Украина (30 ноябрь 2018). 2021 йыл 3 май архивланған.
  8. Хоменко, Оксана Тороп, Віталій Червоненко, Святослав. Ярош, Подерв'янський та Епіфаній: хто ще провів Порошенка на вибори  (инг.) (29 January 2019). 20 февраль 2019 тикшерелгән.
  9. Співачка Alyona Alyona записала пісню після скандалу з форумом Порошенка. 24 Канал. Дата обращения: 20 февраль 2019.
  10. alyona alyona. alyona alyona - Обіцянки (demo) (30 ғинуар 2019). Дата обращения: 9 апрель 2019.
  11. notatky.com.ua. alyona alyona – Пушка (Альбом) (укр.). Нотатки про українську музику (8 апрель 2019). Дата обращения: 8 апрель 2019.
  12. Alyona Alyona (лучшая рэп-исполнительница Украины) выпустила свой первый альбом — «Пушка». Послушайте его прямо сейчас. meduza.io (8 апрель 2019). Дата обращения: 9 апрель 2019.
  13. Креативная Европа: рэпер из Украины выиграла премию Music Moves Europe Talent Award. 2021 йыл 17 май архивланған.
  14. Пять новых украинских артистов: рекомендация Ивана Дорна. Телеканал Дождь (15 ноябрь 2018).
  15. Grimes, Arctic Monkeys, «ГШ», The 1975, Coldplay — а также дикое видео на песню «Котик пропал» «Медуза» выбрала 10 лучших песен и клипов недели. Meduza (2 декабрь 2018).
  16. Onuka у хащах, Green Grey в човні та Кремль у вогні: 10 українських треків листопада (укр.). Радио «Свобода» (5 декабрь 2018).
  17. РЭП-ЗВЕЗДА ALYONA ALYONA, ДЖАМАЛА И KAZKA: ОБЪЯВЛЕНЫ НОМИНАНТЫ ПРЕМИИ YUNA-2019. #Буквы (19 декабрь 2018).
  18. Алексей Мажаев. Рецензия: Alyona Alyona — «Пушка». intermedia.ru (23 апрель 2019). Дата обращения: 25 апрель 2019.
  19. Восьма церемонія. YUNA 2019 (ингл.). yuna.ua. Дата обращения: 20 декабрь 2019.
  20. Реперка Alyona Alyona здобула премію Anchor award як найкращий новий артист (укр.). hromadske.ua. Дата обращения: 20 декабрь 2019.

Һылтанмалар үҙгәртергә