Өфө фән һәм технологиялар университеты

Өфөлә 2022 йылда ойошторолған юғары уҡыу йорто, университет

Өфө фән һәм технологиялар университеты (Өфө университеты[1]) — Өфө ҡалаһында 1909 йылда нигеҙләнгән классик Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостандың иң боронғо вузы — 1932 йылда асылған, 2022 йылға тиклем иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто исемлегенә ингән һәм 2021 йылда донъяның иң яҡшы вуздары рейтингында Рәсәй вуздары араһында 25-се урынды биләгән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү (ҡушыу) юлы менән ойошторолған юғары уҡыу йорто.

Өфө фән һәм технологиялар университеты
Асылған йылы

2022

Үҙгәртеп ҡоролған

Башҡорт дәүләт университетын һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү юлы менән

Үҙгәртеп ҡоролған йылы

2022

Тип

Юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт учреждениеһы

Ректор

Захаров Вадим Петрович

Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан
Өфө- төп вуз;
Стәрлитамаҡ, Бөрө,
Сибай, Нефтекама,
Күмертау, Ишембай (филиалдар).

Юридик адресы

Рәсәй флагы Өфө, 450074, Зәки Вәлиди урамы, 32

Сайт

http://www.bashedu.ru http://башгу.рф

Тарихы үҙгәртергә

2021 йылдың ғинуарында Өфө ҡалаһындағы ике юғары уҡыу йортоноң — 1909 йылда нигеҙләнгән Башҡорт дәүләт университеты һәм 1932 йылда асылған Өфө дәүләт авиация техник университетының берләшәсәге тураһында билдәле була. 2021 йылдың 15 февралендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң ике юғары уҡыу йортон берләштереү тураһында ҡарар ҡабул ителеүен һәм ғәмәлдән сығарылмауын белдерә: «Ҡарар ҡабул ителде, ул үтәлергә тейеш».

2021 йылдың 18 февралендә ике юғары уҡыу йорто берләшеү мәсьәләләре буйынса матбуғат конференцияһы үтә[2]. 2021 йылдың апрелендә ике юғары уҡыу йортоноң ғилми советтары берләшеү тураһында ҡарар ҡабул итә[3].

2021 йылдың авгусында яңы юғары уҡыу йортоноң исеме билдәле булды — «Өфө фән һәм технологиялар университеты». Ике юғары уҡыу йортон берләштереү менән бәйле республика «Өҫтөнлөк-2030» программаһының 1 миллиард һум күләмендәге федераль грантын алды. 100 миллион һум күләмендә төп грант Башҡорт дәүләт университетына 2021 йылдың октябрендә тапшырылды, БашДУ шулай уҡ өҫтәмә рәүештә 142 миллион һумлыҡ грант алды.

2022 йылдың ғинуарында республика буласаҡ Өфө университетына 200 миллион һум аҡса бүлде – был ӨДНТУ һәм буласаҡ Өфө университеты студенттарына грант итеп тәғәйенләнгән.

Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем министрының 2022 йылдың 8 июлендәге 644-се бойороғо менән Өфөнөң ике вузы — Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын үҙгәртеп ҡорола (берләштерелә). Бойороҡҡа ярашлы Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының Бөрө, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Күмертау ҡалаларындағы филиалдары яңы асылған Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалдарына әүерелә.

2022 йылда уҡырға инеп, Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаусылар дипломдарында ике вуз күрһәтеләсәк — «Башҡорт дәүләт университетына йәки Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға ингән һәм Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған».

2022 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын үҙгәртеп ҡороу (ҡушыу) тамамланды — Өфө фән һәм технологиялар университеты Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрына индерелде[4], уның етәксеһе итеп Вадим Захаров тәғәйенләнде[5].

Университет ваҡытлы матбуғатта үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башҡортостандың баш ҡалаһында Фән Һәм технологиялар университеты ойошторола. Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы. Дата обращения: 13 октябрь 2022.
  2. Башҡортостан властары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм ғалимдар Өфө дәүләт авиация техник университетын һәм Башҡорт дәүләт университетын берләштереүҙе тикшерҙе. Иң мөһиме. mkset.ru. Дата обращения: 13 октябрь 2022.
  3. Башҡортостан властары Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡушылғандан һуң яңы юғары уҡыу йортоноң рәсми исемен иғлан итте. mkset.ru. Дата обращения: 13 октябрь 2022.
  4. 1 ноября 2022 года теперь навсегда войдет в историю высшего образования страны как день открытия нового вуза – Уфимского университета науки и технологий. ФГБОУ ВО «Уфимский университет науки и технологий». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2023)
  5. Вадим Захаров Өфө фән һәм технологиялар университетын етәкләне

Һылтанмалар үҙгәртергә