Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР), III дәрәжә Дан ордены (1944) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ор

Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы (1905 йыл, (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1906) Башҡортостан Республикаһы Иглин районы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, гвардия өлкән сержанты, III дәрәжә Дан ордены (1944) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[1][2].

Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Иглин районы
Һөнәр төрө сапёр
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) III дәрәжә Дан ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы 1905 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда Иглин район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкында саперҙар взводы бүлеге командиры булып хеҙмәт итә[1].

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына (Батырлыҡ күрһәткән көндәре: 19.09.1943-26.09.1943. Подразделениеның 1943 йылдың 27 сентябрендәге 230-сы номерлы приказы) лайыҡ була[1]. Наградлау ҡағыҙында уның батырлығы тураһында ошондай юлдар яҙылған:

  Саперҙар взводы саперы, гвардия ҡыҙылармеецы Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы 1943 йылдың 19 сентябрендә һуғышта ҡатнашып, дошмандың ғәрәсәтле пулемет-миномет уты аҫтында Сөн йылғаһы аша күперҙе минанан таҙартты. 1906 йылғы, башҡорт, ВКП(б ағзаһы)[1].  

1944 йылдың 4 майында III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (Батырлыҡ күрһәткән көндәре: 21.04.1944, подразделениеның 1944 йылдың 4 майындағы 10/н номерлы приказы)[1].

1945 йылдың 4 майында Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 03.03.1945, подразделениеның 1945 йылдың 4 майындағы 24/н номерлы приказы)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә