Әхмәтшин Моратша Файүрғи улы

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры

Әхмәтшин Моратша Файүрғи улы (1915 — 26 апрель 1945 йыл) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы[1][2][3].

Әхмәтшин Моратша Файүрғи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1915
Тыуған урыны Түреш ауыл советы, Бүздәк районы, СССР
Түреш, Бүздәк районы, СССР
Вафат булған көнө 26 апрель 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Вафат булған урыны Германия
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d] һәм хәбәрһеҙ юғалған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Әхмәтшин Моратша Файүрғи улы 1915 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Түреш ауылында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армияға Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы 1-се эскадроны автоматсыһы (икенсе мәғлүмәт буйынса тимерсе) булып хеҙмәт итә[2]. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2][3]. Ҡаһарманлыҡ күрһәткән көнө 23 июль 1944 йыл. Наградлау ҡағыҙында был турала ошолай һүрәтләнә:

  Әхмәтшин Моратша Файүрғи улы 1944 йылдың 23 июлендә Новосёлки ауылы өсөн һуғышта үҙенең автоматынан дошмандың 6 һалдатын юҡ итә.[1]  

1945 йылдың 26 апрелендә хәбәрһеҙ юғала (икенсе мәғлүмәттәр буйынса һәләк була, Германияла Велефанц ауылында ерләнгән)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә