Әхмәтов Сафа Әхмәт улы

Инженер-технолог, техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткә

Әхмәтов Сафа Әхмәт улы (11 ғинуар 1935 йыл) — инженер-технолог, техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1977).

Әхмәтов Сафа Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
Тыуған көнө 11 ғинуар 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны Алағуз, Абзай ауыл советы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Сафа Әхмәт улы Әхмәтов 1935 йылдың 11 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Алағуз ауылыда тыуған. И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлаған (1958).

1967 йылдан алып Өфө нефть институтының Салауат ҡалаһындағы киске факультетында эшләй. 1977 йылдан — химия‑технология процестары кафедраһы мөдире). 1979 йылдан башлап БДУ‑ның аналитик химия һәм дөйөм химик технология кафедраһы мөдире. 1981 йылдан алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1991 йылға тиклем нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта, 1981—1991 йылдарҙа, СССР Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министрлығының тармаҡ лабораторияһы (Өфө) ғилми етәксеһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Салауат Юлаев ордены.
  • Техник фәндәр докторы (1976)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978)
  • РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011)
  • СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1977)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә