Әхмәтов Заҡуан Зөфәр улы

Әхмәтов Заҡуан Зөфәр улы (25 апрель 1956 йыл10 ноябрь 2021 йыл) — филолог, уҡытыусы, мәғариф һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1995—2001 йылдарҙа Әлшәй район мәғариф бүлеге етәксеһе; 2004—2016 йылдарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.

Биографияһы үҙгәртергә

Заҡуан Зөфәр улы Әхмәтов 1956 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуған.

Оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2021 йылдың 10 ноябрендә вафат булды[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре
  • Рәсәй Федерацияһы]]ның почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре
  • Башҡортостандың мәғариф отличнигы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә