Әсәҙуллин Дамир Фәхретдин улы


Әсәҙуллин Дамир Фәхретдин улы (2 ғинуар 1953 йыл) — цирк артисы, акробат. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1997), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1984) һәм атҡаҙанған (1979) артисы.

Әсәҙуллин Дамир Фәхретдин улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 ғинуар 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Оҙондар ауыл Советы (Архангел районы), Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө цирк артисы, акробат
Эш урыны цирк[d]
Өфө
Спорт төрө акробатика[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Дамир Фәхретдин улы Әсәҙуллин 1953 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Архангел районы Оҙондар ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө циркы янындағы Башҡортостан цирк студияһын тамамлай. Уҡыуын тамамлағас, Башҡортостан цирк коллективы артисы булып эшләй башлай. 1993—2012 йылдарҙа Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү дәүләт циркында эшләй.

Ижады үҙгәртергә

1970 йылдың 21 декабрендә Дамир Әсәҙуллин яңы цирк номерҙары, аттракциондар һәм программалар әҙерләү буйынса Бөтә Союз дирекцияһына артист-стажёр итеп ҡабул ителә.

1971 йылдың мартында Өфө циркында Башҡорт коллективы составында «Акробаттар юғарыға сөйә торған таҡта менән» номерын әҙерләй башлайҙар. Режиссёры — Хоменко Л. Н.

1973 йылдың 7 сентябрендә «Акробат-һикереүселәр юғарыға сөйә торған таҡта менән» төркөмө сығыш яһай башлай. Унда Дамир Әсәҙуллин оҙон ағас аяҡта икеләтә сальто-мортале трюгын башҡара. 1993—2012 йылдарҙа Дамир Фәхретдин улы «Акробат-һикереүселәр юғарыға сөйә торған таҡта менән» төркөмө етәксеһе. 1993 йылда номер Ҙур Мәскәү циркы штатына индерелә. 1994 йылда Халыҡ-ара цирк сәнғәте конкурсы лауреаты (Монте‑Карло ҡалаһы, Монако, 1994, «Көмөш клоун» призы). 2001 йылда Голландияла Халыҡ-ара конкурс лауреаты. Төркөм Польшала (1981), Швецияла һәм Норвегияла (1985), Францияла (1988), Австрияла (1989), Японияла, Мароккола, Колумбияла, Эквадорҙа, БҒЭ, Германияла, Голландияла һ.б. илдәрҙә, Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • Ҡатыны Әсәҙуллина Миңһылыу Ғәйнислам ҡыҙы (1953 йылдың 2 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған) цирк артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1987).
  • Улы Әсәҙуллин Рөстәм Дамир улы (1983 йылдың 9 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған). 1987 йылдан алып ата-әсәһе менән циркта сығыш яһай. 2012 йылдан алып «Акробат-һикереүселәр юғарыға сөйә торған таҡта менән» төркөмө етәксеһе. Төркөм Рәсәй буйлап һәм донъяның 15 илендә гастролдәрҙә була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1997)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984)

Һылтанмалар үҙгәртергә