Әбү Йософ Яҡуп ибн Ибраһим әл-Ансари әл-Күфи, күберәк Әбү Йософ әл-Ансари булараҡ билдәле (ғәр. أبو يوسف الأنصاري‎;рус. Абу́ Ю́суф аль-Анса́ри) — күренекле ислам ҡануниәте белгесе (фаҡиһ), Әбү Хәнифәнең иң билдәле уҡыусыларының береһе. Әбү Хәнифә вафат булғандан һуң уның мәктәбен етәкләй. Хәлифәнең юғары судьяһы (ҡаҙый әл-ҡудат) булараҡ, хәнәфи хоҡуҡ мәктәбенең ҡараштары киң таралыуға булышлыҡ итә.

Әбү Йософ
ғәр. أبو يوسف
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Өмәүиҙәр хәлифәлеге
 Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 731[2]
Тыуған урыны Әл-Күфә, Ираҡ, Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Вафат булған көнө 13 сентябрь 798
Вафат булған урыны Бағдад, Ираҡ, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Һөнәр төрө Ҡаҙый, Мөжтәһид, фәлсәфәсе
Эшмәкәрлек төрө Фиҡһ
Эш урыны Әл-Күфә
Бағдад
Биләгән вазифаһы судья[d]
Уҡыусылар Мөхәммәт әш-Шәйбани[3], Әхмәт ибн Хәнбәл[4] һәм Ахмад ибн Абу Тайба ад-Дарими[d]
Кемдә уҡыған Әбү Хәнифә һәм Шу’ба ибн аль-Хаджжадж[d]
Мәзһәб Хәнәфи мәҙһәб

Биографияһы үҙгәртергә

Тыуған көнө аныҡ билдәле түгел. Уның вафатынан һәм уҡытыусыларының йәшәү датаһынан сығып, ул Әл-Күфәлә 731 йыл тирәһендә (һижрәнең 113 йылы) тыуған тип фаразлана. Әбү Йософ әйтеүенсә, ул сығышы менән бай булмаған ғаиләнән. Егет ғилемгә интыла, ләкин атаһы унан аҡса эшләрлек һөнәргә эйә булыуын талап итә. Әбү Йософ менән атаһы араһындағы конфликт тураһында белеп ҡалғас, Әбү Хәнифә талантлы егетте уҡытҡан өсөн аҡса алыу ғына түгел, хатта уға аҡсалата ярҙам да күрһәтә. Был тарихтың икенсе версияһы буйынса малайҙың атаһы иртә вафат була, ә Әбү Хәнифәлә уҡырға теләүе арҡаһында конфликт әсәһе менән була.

Һижри 150 йылда Әбү Йософ Бағдадҡа килә һәм Бағдад судьяһы вазифаһына тәғәйенләнә[5]. Әбү Йософ тотош Хәлифәттә судьялар тәғәйенләү һәм һәммә суд ҡарарҙарына апелляция ҡабул итеү хоҡуғына эйә була[6]. Тарихсылар фекеренсә, хәлифәттең бөтә төп ҡалаларына үҙ кешеләрен билдәләү һәм Әбү Хәнифәнең теоретик эшкәртмәләрен практикала киң ҡулланыу мөмкинлеге хәнәфи мәҙһәб таралыуға сәбәпсе була. Уның вафатынан һуң 798 йылда был вазифаға улы Йософ тәғәйенләнә[5].

Әбү Йософ шәкерттәре Мөхәммәт али-Шәйбани һәм Әхмәт ибн Хәнбәл була. Уның ҡараштары Мөхәммәт әш-Шәфиғигә ҙур йоғонто яһай[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә