Һаҡмар (йыр)

башҡорт халыҡ йыры

«Һаҡмар» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Һаҡмар
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр халыҡ йыры
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Тарихы үҙгәртергә

Һаҡмар
Һаҡмар ҙа буйы ҡара урман,
Сит-ситтәре ҡуйы талдарҙан, Һаҡмар һыуы,

Буйлап йөрөнөм Һаҡмарҙың буйҙарын,
Йырлап та үттем халыҡ уйҙарын.


Боролоп аҡҡан беҙҙең Һаҡмар
Ташып ята беҙҙең ярҙарҙан, Һаҡмар һыуы,

Үҫәлер талдар Һаҡмарҙың буйында,
Йөҙәм дә йөҙәм Һаҡмар һыуында.

«Башҡорт халыҡ йыры»

«Һаҡмар» йырын 1928 йылда татар композиторв М.Ә. Мозафаров Ырымбур ҡалаһында яҙып ала. Йәнә 1940 йылдарҙа уны А. А. Эйхенвальд теркәй. Был яҙма Мәскәүҙә М.И.Глинка исемендәге Дәүләт үҙәк музейының мәҙәниәт музейында һаҡлана. 1995 йылда «Песни моего народа» йыйынтығында баҫылып сыға.


Тасуирламаһы үҙгәртергә

Был лирик‑эпик йырҙа тыуған яҡтың гүзәллеге, Һаҡмар буйҙарының матурлығы данлана. Көйө мажор пентатоникаға нигеҙләнгән, диапазоны киң (терцдецима). Ижекте һуҙып, биҙәкләп, бөгөллө итеп йырлау уға хислелек өҫтәй. Көйҙөң тулҡын һымаҡ һалмаҡ хәрәкәте йылға ағымын хәтерләтә.

Башҡарыусылар үҙгәртергә

Башҡарыусылары — Б. Н. Вәлиева, Ф. Ә. Килдейәрова, Ә.С.Шайморатова бар. А. С. Ключарёв, Г.Г.Лобачёв, Р. Ә. Мортазин — тауыш һәм фортепиано өсөн, В. Л. Мортазин, И.И.Хисаметдинов тауыш һәм орган өсөн эшкәрткән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә