Һарыш (Мәләүез районы)

Һарыш (рус. Сарышево) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 406 кеше[1]. Почта индексы — 453872, ОКАТО коды — 80241875001.

Ауыл
Һарыш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез районы

Координаталар

52°54′26″ с. ш. 56°19′34″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 241 875 001

ОКТМО коды

80 641 475 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Һарыш (Рәсәй)
Һарыш
Һарыш
Һарыш (Мәләүез районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Һарыш

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 406 192 214 47,3 52,7
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (88 %) йәшәй[2].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 32 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 33 км

Тарихы үҙгәртергә

XVIII быуатта Һарыш ауылы ауылға нигеҙ һалыусы Асҡар исеме менән аталған булған. 1795 йылда ауылда 12 йорт хужалығында 110 кеше йәшәгән. XIX быуаттың беренсе яртыһында Һарыш-Асҡар исеме менән билдәле булған. Ике исеме лә антропонимик сығышлы. Һарыш-Ҡыпсаҡ улусы ла булған, әммә Һарыш - аҫабаның исеме. 1753 йылда тыуған Аҡтәйләк Асҡаров билдәле. VII ревизияла шулай уҡ уның улдары Көмөшҡол ( уның улы Килмөхәмәт), Ярмөхәмәт, Мөхәмәтғәлий, Мөхәмәтҡол, Ишмөхәмәт күрһәтелгән. Ул ваҡытта ауыл 16 йорттан торған. Халҡы — 177 кеше. Бөгөнгө көндә Һарыш урыҫтар, башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән ауыл.

1842 йылда 173 кешегә ни бары 50 сирек, йәғни 400 бот яҙғы иген сәселгән[3].

Урамдары үҙгәртергә

Исемдәре[4]:

  • Әминев урамы (рус. улица Аминева)
  • Йәшел урам (рус. улица Зеленая)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә