Үҙәк геология разведкалау ғилми-тикшеренеү музейы

Ф. Н. Чернышёв исемендәге Үҙәк геология разведкалау ғилми-тикшеренеү музейыРәсәй Федерацияһының Санкт-Петербургт ҡалаһындағы музей. СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә, шулай уҡ донъяла иң эре һәм билдәле тәбиғи-тарихи музейҙарҙың береһе [1][2] (1970-се йылдарҙа бары тик Британия һәм Вашингтон музейҙарынан ғына ҡалыша[3]). Был музей коллекцияларында миллиондан ашыу һаҡлау берәмеге иҫәпләнә. Музей экспозицияларында 80 меңдән ашыу минералдар өлгөһө, тау тоҡомдары, мәғдән, флора һәм фауна ҡаҙылмалары күрһәтелгән. Ф. Н. Чернышёв исемендәге Үҙәк геология разведкалау ғилми-тикшеренеү музейы залдарының дөйөм майҙаны 3750 квадрат метр тәшкил итә. Музей 1882 йылда нигеҙләнгән. Хәҙерге музей бинаһы (Урта проспекты, 74) 1914 йылда архитектор А. А. Полещук проекты буйынса Рәсәй Фәндәр академияһының Геология комитеты өсөн төҙөлә [4]. Музейҙа «Индустрия социализма» тигән үҙенсәлекле мозаика панноһы һаҡлана — ул СССР-ҙың төҫлө таштарҙан яһалған картаһы. Ф. Н. Чернышёв исемендәге Үҙәк геология разведкалау ғилми-тикшеренеү музейын йылына 10 мең самаһы кеше ҡарарға килә.

Ф. Н. Чернышёв исемендәге Үҙәк геология разведкалау ғилми-тикшеренеү музейы
Логотип Викисклада Ф. Н. Чернышёв исемендәге Үҙәк геология разведкалау ғилми-тикшеренеү музейы Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

1882 йыл музейға нигеҙ һалынған йыл тип һанала, был ваҡытта Рәсәйҙең Геология комитеты нигеҙләнгән була һәм уны Рәсәй геологы һәм палеонтологы Ф. Н. Чернышев етәкләй. 1914 йылда Геология комитеты өсөн архитектор А. А. Полещук башҡарған проект буйынса яңы бина төҙөлә, уның бер ҡаты музейға махсус бирелә. Ләкин музей киң тамашасы өсөн бары тик 1930 йылда ғына асыла[2].

Экспозиция үҙгәртергә

Музей экспозицияһы өс бүлектән тора: «Файҙалы ҡаҙылмалар», «Төбәк геологияһы» һәм «Монографик палеонтология» бүлектәре. Беренсе бүлектә төрлө файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарын күрһәткәндәр, шулай уҡ 1937 йылда эшләнгән уникаль мозаикалы панно («Индустрия социализма») ҡуйылған, уның майҙаны 26,6 квадрат метр тәшкил итә[2]. 1987 йылға тиклем был панно Эрмитаждың Георгиевский залында урынлашҡан була[1]. «Төбәк геологияһы» күргәҙмә блогында элекке СССР-ҙың төрлө төбәктәренең һәм союздаш республикаларының геология тоҡомдарының һәм файҙалы ҡаҙылмаларының өлгөләре күрһәтелә. Музейҙа шлифотека булып, уның ҡарамағында 350 000 ашыу шлифтар бар.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Центральный научно-исследовательский геологоразведочный музей имени академика Ф.Н.Чернышева (ЦНИГР МУЗЕЙ) 2020 йыл 20 декабрь архивланған. // ВСЕГЕИ
  2. 2,0 2,1 2,2 Ю. Б. Демиденко. Музеи Санкт-Петербурга: справочник. 1994 — С. 184
  3. Возрождение: воспоминания, очерки и документы о восстановлении Ленинграда. Лениздат, 1977
  4. Центральный научно-исследовательский геологоразведочный музей им. академика Ф.Н. Чернышева // museum.ru