Ҡәйепҡол (Ырымбур өлкәһе)
Ҡәйепҡол (рус. Каяпкулово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Александровка районындағы ауыл. Георгиевка ауыл биләмәһе составына инә.
Ауыл | |
Ҡәйепҡол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урынлашыуы үҙгәртергә
Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы үҙгәртергә
Тәүге тапҡыр 1764 йылда телгә алына[1]. Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[1]. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 33-сө йортона керә[2].
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була.
ВЦИК ҡарарына ярашлы, 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Халҡы үҙгәртергә
1795 | 1834 | 1866 | 1900 | 1920[1][2] |
---|---|---|---|---|
78 | 212 | 331 | 466 | 526 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[3] |
122 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (92 %) йәшәй[4].
Билдәле шәхестәр үҙгәртергә
- Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы (15.01.1934—6.03.2008), башҡорт театр актёры, кинорежиссёр, сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1997 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2010, үлгәндән һуң) лауреаты.
- Ҡәйепҡол Аҫылҡаев, башҡорт старшинаһы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы.
- Сәйетов Сәхи Ниғмәт улы (1907–1986), актёр, режиссёр, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Населённые пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013—2017.
- ↑ 2,0 2,1 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 183-185, 194. — 616 с.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.