Ҡәйепов Яхъя Зәйнулла улы

Ҡәйепов Яхъя Зәйнулла улы (18 июнь 1955 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2015).

Яхъя Зәйнулла улы Ҡәйепов
Тыуған көнө

18 июнь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны

Йомаш ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми дәрәжәһе

ауыл хужалығы фәндәре докторы

Биографияһы үҙгәртергә

Яхъя Зәйнулла улы Ҡәйепов тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлай. 1977 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡып сыҡҡас, 1977—1979, 1981—1985 йылдарҙа «Йылайыр» совхоз-техникумында (Баймаҡ районы Яковлевка ауылы) уҡытыусы була. Төрлө йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге колхозда баш агроном (1979), Башҡортостан Республикаһының үҫемлектәрҙе ҡурсалау станцияһының Баймаҡ диагностика һәм прогноз пункты етәксеһе (1979), ә 19801981 йылдарҙа Йомаш урта мәктәбендә инструктор булып эшләй.

1989—1992 йылдарҙа Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында, 1994—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалында уҡыта.

1992 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре: 1995—1997 йылдарҙа Сибай лабораторияһында, 2006 йылдан әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәр, 2009 йылдан лаборатория етәксеһе. Бер үк ваҡытта 2012—2015 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалында уҡытыусы була.

Фән йүнәлеше — 06.01.03 — агропочвоведение, агрофизика. Фәнни хеҙмәттәре тупраҡтың уңдырышлығын һаҡлаған ер эшкәртеү алымдары, һуғарылған һәм тәбиғи туғайлыҡтарҙа мал аҙығы етештереү темаларына арналған.(Докторлыҡ диссертацияһының авторефераты исеме : «Сохранение и воспроизводство плодородия черноземов в ресурсосберегающих технологиях полевого кормопроизводства на южном Урале»)[1]

Яхья Ҡәйепов Башҡортостандың дала зонаһында туғайлы көтөүлектәрҙә һәм ферма яны баҫыуҙарында мал аҙығы сәсеүҙең баҫыу әйләнештәре (севообороты) схемаларын төҙөгән ғалим. 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Сибай ҡалаһында йәшәй.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Продуктивность лугопастбищных и прифермских севооборотов в Зауралье Башкортостана//Материалы научно-практ.конф.«Теоретические и прикладные вопросы травосеяния в криолитозоне». — Якутск, 2001. — с.4-9.
  • Энергетическая оценка кормовых севооборотов//Кормопроизводство. — 2001. — № 8. — с.10-12.
  • Каипов Я. З., Зарипова Г. К., Сафин Х. М. Программирование урожаев в кормовом севообороте//Земледелие. — 2006. — № 1. — с.30-31.
  • Сафин Х. М., Каипов Я. З., Япаров Г. Х. Плодородие почв в кормовых севооборотах Зауралья//Плодородие. — 2007. — Приложение к № 2. — с.64-66.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә