Ҡыйышҡы мәҙрәсәһе

1863

Мәҙрәсә
Ҡыйышҡы мәҙрәсәһе
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Республика Башҡортостан Башҡортостан
Ауыл Иҫке Ҡыйышҡы
йүнәлеш, мәктәп сөннәт, хәнәфи
Мәсет Иҫке Ҡыйышҡы ауылы мәсете
Төҙөлөш ???—1863 йылдар
Төп даталары:
1863
1919
Мөҙәрис М. М. Камалетдинов

Ҡыйышҡы мәҙрәсәһеЫрымбур губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы) Иҫке Ҡыйышҡы ауылында 1863—1919 йылдарҙа эшләгән юғары типтағы мосолман уҡыу йорто.

Тарихы үҙгәртергә

1863 йылда Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы) Иҫке Ҡыйышҡы ауылында сауҙагәр Я. Ҡыҙрасов аҡсаһына төҙөлгән айырым бинала мәҙрәсә асыла. Мәҙрәсәгә нигеҙ һалыусы — М. Камалетдинов. 1864—1885 йылдарҙа Ғ. Камалов, Х. Сәйәшев аҡсаһына тағы ла 5 бина төҙөлә, мәҙрәсә территорияһы киңәйтелә һәм ҡойма менән уратып алына. Ҡыйышҡы мәҙрәсәһе Өфөлә урынлашҡан Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була.

Мәҙрәсәләр хәйриә аҡсаһына тотолоп, уҡыу бушлай булған. Уҡыу курсының дауамлығы 7—10 йыл тәшкил иткән. Уҡыу программаһына традицион дин ғилеме предметтары — Ҡөрьән тәфсире, хәҙистәр, Ислам тарихы, мосолман догматикаһы (ғәҡид) һәм этикаһы (әхлаҡ), фикһ (хоҡуҡ), логика (мантыйҡ), фәлсәфә (хикмәт), шулай уҡ арифметика, геометрия, ғәрәп, фарсы һәм төрки телдәре һәм башҡа дәрестәр ингән. Мәҙрәсәләрҙә традицион иҫке ысул менән уҡытылған. 1870-се йылдарҙан урыҫ теле уҡытылған класс эшләгән.

«Башҡорт мәктәптәре тураһында мәғлүмәттәр» («Ведомости о башкирских школах»; 1867—1870) буйынса, Ҡыйышҡы мәҙрәсәһендә 1867 йылда 200 шәкерт белем алған[1]. 1868 йылда бында — 500, ә 1913 йылда 100 шәкерт уҡыған. Мәҙрәсә шәкерттәре араһында М. М. Камалетдинов, З. Ғ. Булашев, В. Ф. Ҡоломбәтов булған.

1919 йылда Ҡыйышҡы мәҙрәсәһе ябылыуға дусар була.

Мөҙәристәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Исянгулов Ш. Н. Из истории мечетей и медресе Башкортостана / Отв. редактор Р. Н. Сулейманова. — Уфа, 2010. — С. 119. — 153 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә