Ҡуҡрауыҡ (Һикәҙе ҡушылдығы)

Башҡортостандың Ишембай районындағы йылға

Ҡуҡрауыҡ[1][2] (рус. Кукраук, Кук-Караук) — Башҡортостандың Ишембай районындағы йылға. Маҡар ауыл советы биләмәһенә ҡарай. Һикәҙе йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Оҙонлоғо — 12 км.

Ҡуҡрауыҡ
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Һикеяҙ
Ҡушылдыҡ Япраккушъелга[d]
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Ишембай районы
Оҙонлоҡ 12 km
Карта
 Ҡуҡрауыҡ Викимилектә

Элек йылға буйында Ҡуҡрауыҡ тигән утар булған. Йылға башланған ерҙә уны юл киҫеп үтә Р316, был юл Ҡуҡрауыҡтың яры буйлап уның тамағынаса бара.

Ҡуҡрауыҡ Ҡолғона ауылынан 6 км көнбайыштараҡ Оло Алатау тауы янынан башлана . Көнсығыштан көнбайышҡа табан «Ишембай заказнигы» аша ағып, Һикәҙегә уның тамағына 13 км алыҫлыҡта һул яҡтан барып ҡушыла. Ҡуҡрауыҡ тамағы Маҡар ауылынан Һикәҙе буйлап 7 км алыҫлыҡта ята. Ҡоро йылдарҙа йылға ер аҫтына китә.

Ҡуҡрауыҡ фран- фамен ҡатламына ҡараған ҡаяташтар араһынан аға [3]. Ул тауҙарҙан түбәнгә бер нисә тармаҡҡа бүленеп, Ҡуҡрауыҡ шарлауығын хасил итеп ағып төшә. Һул яҡ тармағы Егән мәмерйәһе (Ҡуҡрауыҡ) эсендә аға.

Шарлауыҡ буйындағы таштарҙа һирәк осрай торған үҫемлектәр — сүл борсағының бер төрө(очиток гибридный, (лат. Sedum hybridum L., Aizopsis hybrida (L.) Grulich) ), төньяҡ вудсия абағаһы ( папоротник вудсия северная) күпләп үҫә.

Ҡушылдыҡтары үҙгәртергә

(тамағынан км алыҫлыҡта)

Ландшафт үҙгәртергә

Тирә яғында һоро урман тупрағында саған, ҡайын, йүкә һәм йыла ҡатнаш урмандар үҫә.

Топонимика үҙгәртергә

башҡ. Ҡуҡырауыҡ[4] шаулап, күкрәп аҡҡан йылға, «грохочущая»[5]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Карта Генштаба СССР N-40-090 2018 йыл 13 октябрь архивланған.
  2. Карта ГГЦ N-40-21 2020 йыл 17 сентябрь архивланған.
  3. Глобальные катастрофические события и их роль при стратиграфических корреляциях осадочных бассейнов разного типа — Все о Геологии (geo.web.ru)
  4. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005
  5. Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. С. 94

Әҙәбиәт үҙгәртергә