Ҡарасуҡ (төрки, сағ чулым. карасук, себ. қарасу, южноалт. қарасуу, хак. карасуғ — ҡара һыу) — ҡала (1954 й., 1943 й. п. р.) . Рәсәйҙең Новосибирск өлкәһе ҠарасуҠ районы ҡалаһы.

Ҡарасуҡ
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 1912
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Городское поселение город Карасук[d][1] һәм Карасукский район[d]
Административ-территориаль берәмек Городское поселение город Карасук[d]
Сәғәт бүлкәте OMST[d][2] һәм KRAT[d][2][3]
Халыҡ һаны 26 902 кеше (1 ғинуар 2018)[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 110 метр
Майҙан 30 км²
Почта индексы 632860–632868
Урындағы телефон коды 38355
Карта
 Ҡарасуҡ Викимилектә

Географик урыны үҙгәртергә

Ҡулунда далаһының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Новосибирск өлкәһендә урынлашҡан. Новосибирск ҡалаһына тиклем ара 386 км. Ҡарасуҡ ҡалаһы XХ быуат башында Транссебер магистраленең тимер юл тармағы Татар — Славгородты төҙөгәндә барлыҡҡа килгән. 1954 йылдың 3 июнендә РСФСР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы, Ҡарасуҡ эшселәр ҡасабаһы район ҡарамағындағы ҡала статусын ала. СССР тарҡалғандан һуң суверенлы Ҡаҙағстан менән сиктәш.

Климат үҙгәртергә

Континенталь климат өҫтөнлөк итә. Ҡыш оҙайлы һәм һыуыҡ. Эҫе йәй аяҙ була.

Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме — 345 мм.2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[5] ҡалаһы араһында [6] 375-се урында була

Халыҡтың гендер составы

2010 йылда бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡы һаны даими 28 586 кеше тәшкил итә, шуларҙың 13 221 (46,2 %) ир-ат, ә 15 365 (53,8 %) — ҡатын-ҡыҙ[7].

Милли составы

1939 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса: урыҫтар — 55,8 % кеше йәки 4055, украиндар — 37,7 % кеше йәки 2735, ҡаҙаҡтар — 3,1 % йәки 226 кеше.

Сәнәғәте үҙгәртергә

Ҡарасуҡ ҡалаһы — ҙур тимер юл үҙәге, ул ике станцияны үҙ эсенә ала: Карасук-1 һәм Карасук-3. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары бар: ЯСЙ"Ҡарасуҡ ит комбинаты", ЯСЙ "Ҡарасуҡ икмәк йорто ", ААО «Ҡарасуҡ иген продукттары комбинаты», «Комета», балыҡ заводы. Ҡарасуҡ һөт-консерва комбинаты (2010 йылда ябылған).

Белем үҙгәртергә

Ҡалала 6 дөйөм белем биреү учреждениеһы эшләй: гимназия, лицейҙар, 3 урта мәктәп, 1 төп мәктәп. Очно-ситтән тороп урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар музыка мәктәбе, балалар-үҫмерҙәр үҙәге, сәнғәт мәктәбе, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Ҡарасуҡ политехник лицейы (һөнәри: тимер юл транспорты), ПУ № 86 (һөнәри: ауыл хужалығы), Ҡарасуҡ педагогия колледжы, шулай уҡ Томск, Омск, Бердск, Новосибирскийҙың юғары һәм урта махсус белем биреү уҡыу йорттарының вәкиллектәре эшләй. 9 мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә балалар баҡсаһы эшләй.

Фән үҙгәртергә

Ҡарасуҡтан көнбайышта, Троицк ауылы янында, Кротов күле буйында РФА СО хайуандарҙың экологияһы һәм систематикаһы институтының биологик стационары эшләй.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт үҙгәртергә

«Ситтә» театры

Берҙән-бер ҡала драма театры. 2005 йылдан алып эшләй.

Кинотеатрҙар

Әлеге мәлдә эшләй «Йыһан» кинотеатры эшләй.

Тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Төп экскурсиялар:

  • «Ҡарасуҡ һәм район тарихы залдары буйлап»
  • «Бөйөк Ватан һуғышы залы»
  • «Флора һәм фауна залы»
  • «Палеонтология һәм археология залы»
  • «Картиналар галереяһы»

Спорт үҙгәртергә

Ҡаланың төп спорт ҡоролмалары:

— Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең

бүлектәре:

  • шайба менән хоккей
  • футбол
  • мини-футбол
  • волейбол
  • баскетбол
  • өҫтәл теннисы
  • саңғы ярыштары
  • еңел атлетика
  • ҡул һуғышы
  • бокс
  • йөҙөү
  • гир спорты;

— Стадион «Локомотив»;

— Бассейн «Садко»;

— СК «Йәшлек»;

— СК «Динамо»;

— Саңғы базаһы;

— Ауыр атлетика залы «Һаулыҡ»;

— Хоккей ҡумталары 2 (Команда: карасук «локомотив» хоккей клубы);

— 3 тренажер залы.

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

 
Андрей Первозванный ҡорамы
 
Тоҙло Күл

Иҫтәлекле урындар үҙгәртергә

  • Изге апостол Андрей Первозванный ҡорамы.
  • Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл.
  • Паровоз-ҡомартҡы Ла-3609.
  • Хәрби Дан Мемориалы.
  • Хеҙмәт даны мемориалы
  • Мелковский ҡурғаны .
  • Ҡурған (Благодатный ауылы).
  • Һыу күтәргес башня, 1915 йылда төҙөлгән.
  • [Тоҙло күл — ләм һәм һыу менән дауалай торған тоҙло күл.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә