Ҡалмаш (Татарстан)

Ҡалмаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Чалманарат ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл
Ҡалмаш
татар. Калмаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Чалманарат

Координаталар

55°45′ с. ш. 53°44′ в. д.HGЯO

Халҡы

77 человек (2002)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423752 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 850 03 

Код ОКТМО

92 605 485 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡалмаш (Рәсәй)
Ҡалмаш
Ҡалмаш
Ҡалмаш (Татарстан) (Татарстан)
Ҡалмаш

География үҙгәртергә

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих үҙгәртергә

Ҡалмаш — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 1731 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусы Ҡамбар түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда мәсет (тәүге тапҡыр 1813 йылда телгә алына), мәктәп, ел тирмәне, икмәк магазины теркәлгән[2][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1929 йылда ауылда Фрунзе исемендәге колхоз ойошторола, ул 1950 йылда — «Алға» колхозы, ә аҙаҡ — «Ағиҙел» колхозы составына керә[1].

Халҡы үҙгәртергә

1795 йылда ир енесле 238 башҡорт; 1834 йылда — 255 башҡорт; 1848 йылда — 287 башҡорт; 1859 йылда — 381 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018841908192019261938194919581970197919892002
3814235114954192532661911711521317977

Инфраструктура үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп бар[1].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 351—354. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.