Ғәниева Лилиә Фәйзулла ҡыҙы

Ғәниева Лилиә Фәйзулла ҡыҙы (6 май 1958 йыл) — педагог, журналист. 1980 йылдан «Баймакский вестник» гәзите тәржемәсеһе, 1993 йылдан — хәбәрсе, 2004 йылдан — реклама һәм белдереүҙәр бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006). 2015 йылдан «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы.

Биографияһы үҙгәртергә

Лилиә Фәйзулла ҡыҙы Ғәниева (ҡыҙ фамилияһы Атанбаева) 1958 йылдың 6 майында БАССР-ҙың Йылайыр районы Ҡәнзәфәр (Һаҡтау) ауылында тыуған. 1969 йылда тыуған ауылында — башланғыс мәктәпте , 1973 йылда Сибай интернат-мәктәбендә 8-класты тамамлай. 1977 йылда Сибай педагогия училищеһының башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләү бүлеген тамамлай, Йылайыр районының Һултантимер ауылында уҡыта (1977—1978), Төмән өлкәһендә нефть быраулау скважинаһында лаборант-коллектор булып эшләй (1978—1980). 1981 йылдан Баймаҡ районының «Октябрь байрағы»-«Октябрьское знамя» (2000 йылда «Баймакский вестник» итеп үҙгәртелә) район гәзитендә башта тәржемәсе, 1993 йылдан реклама һәм иғландар бүлеге хәбәрсеһе, 2004 йылдан — реклама һәм иғландар бүлеге мөдире була. 2015 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡас, ныҡлап ижад итә башлай. Хикәйәләр, шиғырҙар яҙа

Тырыш хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһалана. Улар араһында Башҡортостандың Журналистар Союзы Почет грамотаһын (1999), Баймаҡ ҡала Советы президиумының Почет грамотаһын (2000) билдәләп үтергә булыр ине.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре]] (2006)
  • Йомабикә Ильясова исемендәге район ижади бәйге еңеүсеһе (2015)
  • «Һаҡмар» район гәзитенең хикәйәләр конкурсы дипломанты (2022)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡәләләре үҙгәртергә

  1. https://hakmar.ru/articles/konkurstar/2022-05-17/lili-nieva-2806934
  2. https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2021-03-25/mer-buyy-k-t-s-kmen-ine-lili-nieva-2382899
  3. https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-09-28/u-yr-m-h-bb-t-lili-nieva-2969468
  4. https://ashkadar.com/articles/2021-10-14/aytyu-lili-nieva-2547244

Һылтанмалар үҙгәртергә