Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы кавалеры

Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улы (1920 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1][2].

Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1920
Тыуған урыны Ғафури районы
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улы 1920 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районында тыуған. 1940 йылдда Ғафури район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡырыла[2]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномент полкында хеҙмәт итә[1][2].

1944 йылда «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (Белоруссия фронтының 7 гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномент полкы буйынса 1944 йылдың 28 апрелендәге 4 номерлы приказы) менән бүләкләнә[1][2].

«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән Наградлау ҡағыҙында Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улының батырлығы тураһында ошолай тасуирлана:

  3 батареяның гвардия рядовойы Ғәзизов Хөрмәт Мөхәмәтулла улын, 1943 йылдың апреленән ашнаҡсы булып эшләп, ваҡытында һәм тәмле итеп аш-һыу әҙерләгәне, теләһә ниндәй хәлдәрҙә лә алғы һыҙыҡҡа ваҡытында ашарға килтергәне өсөн бүләкләргә[1].  

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә