Ғатауллин Ғәли Шәйслам улы

Ғатауллин Ғәли Шәйслам улы (1948 йылдың 6 июле, Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Таулар ауылы) — башҡорт яҙыусыһы.

Ғатауллин Ғәли Шәйслам улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1948
Тыуған урыны Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы

Биографияһы үҙгәртергә

Ғәли Шәйслам улы Ғатауллин 1948 йылдың 6 июлендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Таулар ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Оҙаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй.

Ижады үҙгәртергә

Ғәли Ғатауллин — башҡорт сатирик прозаһы өлкәһендә ижад итеүсе яҙыусы. Уның юморесса, хикәйә һәм повестары «Әйтәм сер итеп кенә», «Әсәйемдең өс йыры», «Мин әйтәйем һеҙгә» һ.б. исемле китаптарында донъя күрҙе.

Яҙыусы һуңғы йылдарҙа тыуған яҡ тарихына бәйле тарихи-популяр характерҙағы китаптар яҙыу менән шөғөлләнә. Уның «Бар бер ауыл», «Беҙ үҙебеҙ Тауларҙан» һәм «Туғандарҙың табылған сағы» китаптары шундай йүнлештә.

Китаптары үҙгәртергә

  • Әйтәм сер итеп кенә. Өфө, 1980 й.,
  • Әсәйемдең өс йыры. Өфө, 1989 й.,
  • Мин әйтәйем һеҙгә. Өфө, 1992 й.,
  • Бар бер ауыл. Өфө, 2010 й.,
  • Беҙ үҙебеҙ Тауларҙан. Өфө, 2011 й.,
  • Туғандарҙың табылған сағы. Өфө, 2012 й.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Писатели земли башкирской. Справочник./Сост. Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 148 с.