Яңы Орск — Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһендәге ҡасаба (элек ҡала тибындағы ҡасаба), Яңы Орск районы һәм Яңы Орск ҡала советы административ үҙәге. Яңы Орск тирәһендә, 2020-сө йылда ҡайҙандыр ҡасҡан тропик пантера күренгән.

Яңы Орск
Флаг[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Новоорск районы[2] һәм Новоорский поссовет[d][2]
Административ-территориаль берәмек Новоорский поссовет[d][2]
Почта индексы 462800
Урындағы телефон коды 35363
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Оло Ҡомаҡ йылғаһы буйында урынлашҡан (Яйыҡ ҡушылдығы). Орск — Кәртәле тимер юл линияһындағы станция, Ырымбурҙан 288 км көнсығыштараҡ.

Тарихы үҙгәртергә

Орск ҡалаһының 100 йыллығына ҡарата, 18351836 йылдарҙа, казак ауылы булараҡ нигеҙләнгән. Яңы Орск атамаһы шул айҡанлы бирелгән. 1961 йылдан — эшселәр ҡасабаһы.

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
1989[3]2002[4]2010[5]
10 41111 27411 295

Иҡтисады үҙгәртергә

  • Яңы Орск сәнәғәт предприятиелары түбәндәгесә :
  • «Боҙал-Автолюкс» предприятияһы (тартыу яйланмалары эшләп сығарыу)
  • Тәжрибә-эксперименталь механик завод (трейлер эшләп сығарыу);
  • «Гидронеруд» предприятияһы (ҡом сығарыу, төҙөлөш материалдары етештереү);
  • «Юнит-МК» предприятиеһы (вентиляция люктары эшләп сығарыу)

[6]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә