Яҡупов Әхмәт Ширәй улы

112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры

Яҡупов Әхмәт Ширәй улы (рус. Якупов Ахмед Ширеевич (Ширсевич, Шарнеевич)) ((1901 ― 28.2.1945) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты (башҡа мәғлүмәттәр буйынса гвардия старшинаһы.[1]

Яҡупов Әхмәт Ширәй улы
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Имәндәш, Имәндәш ауыл советы, Ғафури районы
Вафат булған көнө 28 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Вафат булған урыны Гожув-Велкопольск[d], Өсөнсө рейх
Үлем сәбәбе яуҙа һәләк була[d]
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Хәрби подразделение 112-се Башҡорт атлы дивизияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Яҡупов Әхмәт Ширәй улы 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ғафури районы Имәндәш ауылында тыуа. «Салауат» колхозында эшләй.[2] Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда Красноусол военкомыты хәрби хеҙмәткә саҡыра. Һуғыш йылдарында 7-се кавалерия корпусының 16 гвардия кавалерия дивизияһының 58 гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә.

«Аттарҙы яҡшы тәрбиәләй, уның ҡарамағындағы аттар һәр ваҡыт туҡ, хәрби хәрәкәттәр барышында хәрби составты аҙыҡ-түлек менән ваҡытында тәьмин итеп торҙо» тиелгән яугирҙың хәрби наградаға тәҡдим ителгән рәсми хатта.[3]

Яҡупов Әхмәт Ширәй улы яраларғандан һуң 1945 йылдың 28 февралендә вафат була. Германияның Ландсберг-на-Варте ҡалаһында (хәҙерге Польшаның Гожув-Велькопольски ҡалаһында) ерләнгән.

Наградалары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә