Викидатала элемент юҡ

Яубаҫар — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла. Яубаҫар исеменән Яубаҫаров (Яубаҫарова) фамилияһы барлыҡҡа килә.

Этимологияһы үҙгәртергә

Яубаҫар саф башҡорт һүҙе — яу батыры, батыр һуғышсы мәғәнәһен аңлата[1]

Фамилияла үҙгәртергә

Яубаҫаров Хөсәйен Хәсән улы (19 ғинуар 1925 йыл — 4 ноябрь 1997 йыл) — мәғариф эшмәкәре, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Яубаҫаров Хәсән Хәйретдин улы (1900 йыл — 29 апрель 1998 йыл) — граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Яубаҫаров Ғәни Сөләймән улы (1894 йыл) — Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Бөрйән улусы Үрге Нөгөш ауылында тыуған. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы, Австрия әсирлегендә була. 1919—1921 йылдарҙа үҙ ирке менән Аҡтүбә һәм Кама буйы фронттарында Ҡыҙыл Армия сафында һуғыша.[2]

Яубаҫарова Земфира Хәкимйән ҡыҙы (18 март 1966 йыл) — уҡытыусы, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар (2011) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2015). Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (2007).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Яубаҫар — Динис Бүләковтың «Килмешәк» романында төп образ ошо исемде йөрөтә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Яубаҫар ҡырлаһы ҡырлас — Башҡортостандағы ҡырлас.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ