Ямалетдинов Илшат Әғләм улы

биатлонсы

Ямалетдинов Илшат Әғләм улы (1965, Тепляк, Борай районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — СССР һәм Рәсәй биатлонсыһы, СССР чемпионаты призеры. СССР-ҙың спорт мастеры.

Ямалетдинов Илшат Әғләм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 1965
Тыуған урыны Борай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Тепляк
Һөнәр төрө биатлонист
Спорт төрө Биатлон

Биографияһы үҙгәртергә

Тепляк ауылының спорт секцияһы тәрбиәләнеүсеһе, беренсе тренеры — Анатолий Васильевич Коробейников[1]. Өлкәндәр кимәлендә Өфө һәм «Профсоюздар» спорт йәмғиәте исеменән сығыш яһай.

СССР чемпионаты призеры була, шул иҫәптән 1989 йылда профсоюздарҙың йыйылма командаһы составында ил чемпионаты тарихындағы беренсе команда ярышында көмөш миҙал яулай.

Спорт карьераһын тамамлағандан һуң Өфөлә йәшәй, бизнес менән шөғөлләнә[2].

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Улы Линар ҙа (2000 йылғы) биатлон менән шөғөлләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә