Юламан — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.

Этимологияһы үҙгәртергә

Юламан — «юл» (башҡорт) һәм «аман» (ғәрәп) һүҙенән яһалған ир-ат исеме. Мәғәнәһе — «юл» һәм «ала», балаға бәхетле ғүмер юлы теләп ҡушылған исем[1].

  Бала юлда тыуһа йәки бала тыуғанда атаһы юлда булып ҡалһа, “юл” һүҙе менән исем ҡушылған: Юлдаш, Юламан, Юлдыбикә, Сәфәр, Рәжәп, Рамазан, Зөлхизә, Аҙнабай, Йомағол исемдәре баланың донъяға килеү мәлен күрһәтеүсән[2]  

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Юламан Ҡушаев (яҡынса 1729 — 1774 йылдар) — 17731775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында генерал дәрәжәһендә ҡатнашыусы. Себер даруғаһы башҡорто, Ырымбур губернаһы Иҫәт провинцияһы Ҡара-Табын улусы старшинаһы,

Юламан Дәүләтов — (1776—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы. Ырымбур губернаһы Илекәй-Мең улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Тәүәтәй ауылында йәшәгән. Зауряд-сотник булып хеҙмәт итә

Фамилияларҙа үҙгәртергә

Юламанов Әхиәр Мозафар улы — (15 декабрь 1929 йыл — 1978 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Түбә ҡасабаһы тау эшсеһе ғаиләһендә тыуған.

Топонимдарҙа үҙгәртергә

Юламан (Башҡортостан) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл.

Юламан (Ҡурған өлкәһе) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районы ауылы. Юламан ауыл советы составына инә.

Юламан ауыл Советы (Ауырғазы районы) — Ауырғазы районы составында булған, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе.

Күсмә мәғәнәлек үҙгәртергә

Мостай Кәримдең «Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа» шиғырында «юламан» уртаҡлыҡ исем (поэтик сара).

  Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа,

Ерҙә мин бер шундай юламан...

 

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ