Шәрәфуллина Ғәлимә Фауариз ҡыҙы

Шәрәфуллина Ғәлимә Фауариз ҡыҙы (15 сентябрь 1940 йыл) — педагог, фольклорсы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.

Ғәлимә Фауариз ҡыҙы
Шәрәфуллина
Тыуған көнө

15 сентябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (83 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы , Бөрйән районы, Килдеғол ауылы

Гражданлығы

СССРРәсәй флагы

Эшмәкәрлеге

педагог

Наградалары һәм премиялары


Биографияһы үҙгәртергә

Ғәлимә Фауариз ҡыҙы Шәрәфуллина 1940 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Килдеғол ауылында тыуған.

1960 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, Бөрйән районының Килдеғол ауылында, Әбйәлил районының Ҡолғана ауылында уҡытыусы булып эшләй.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге дәүерендә ерле фольклор материалдар туплай, Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙарының кейем үҙенсәлектәрен өйрәнә. Ерле һөйләш нескәлектәрен ҡулланып, бәйеттәр ижад итә, таҡмаҡтар яҙа.

Ғаиләһе үҙгәртергә

• Ире — Мөхәмәтов Рәжәп Моратша улы • Балалары: Зилә (1963 й.), Әлфиә (1965), Юнир (1967), Гөлсинә (1970), Даян (1977).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Таң гәзите, 15.09.2016