Шәйхетдинов Вәғиз Ғәйнелғилем улы

рәссам

Шәйхетдинов Вәғиз Ғәйнелғилем улы (8 март 1955 йыл) — рәссам. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзының йәштәр бүлеге ағзаһы, 1995 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012) Рәссам Вәкил Шайхетдиновтың энеһе.

Шәйхетдинов Вәғиз Ғәйнелғилем улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 март 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Кәпәй-Ҡобау, Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Вәғиз Ғәйнелғилем улы Шәйхетдинов 1955 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау ауылында тыуа.

1980 йылда Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт педагогия институтынвң художество-графика факультетында  рәсем сәнғәте буйынса диплом яҡлай һәм шул уҡ йылдан республика, зона, төбәк, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, сит ил, халыҡ-ара (20-нән ашыу) күргәҙмәлә (Октябрьский, Өфө, Ҡазан, Чебоксар, Лефкос — Кипр) ҡатнаша.

Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Өфө ҡала мэрияһы галереяһында, Мәскәүҙә Геология министрлығында, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы музейында, Рудольф Нуреев музейында (Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры), «Нур» театры музейында, Башҡорт дәүләт университетының портреттар галереяһында, Бүздәк районы музейында, Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында[1], Кипрҙың Лефкос ҡалаһында Хәҙерге заман сәнғәт музейында (Никосия)[2] һәм Рәсәй, Германия, Төркиә, Югославия, Франция[3] ҡалаларында шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. «Урал» фонды рәссамдың художество эштәренән тупланған юбилей альбомы нәшер ителә. Унда кеше яҙмыштары тарихы, тыуған яҡ матурлығы сағыла[4]. 90-сы йылдар башында, абстракция популяр булғанда, Вәғиз Шәйхетдиновтың иртә эштәре абстракцияға нығыраҡ тартылһа, һуңыраҡ ижадында ул тормош ысынбарлығына мөрәжәғәт итә[5]. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

Һайланма хеҙмәттәре үҙгәртергә

«Автопортрет» (1979), «Әсә портреты» (1985), «Атай портреты» (1985), «Мираҫ» (1988), «Ҡандракүл. Һыуыҡ һәм ҡояш» (2002), «Ауылым» (2005), «Сипайлово тауы» (2012), «Шихандар» (2008), «65-се байрам» (2010), «Перекати поле» (2007), «Рудольф Нуриев. Ҡайтыу» диптихы (2012), һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • 1987 йыл — художество биҙәү өсөн СССР Геология министрлығы рәхмәте.
  • 2006 йыл — «Ҡандракүл. Һыуыҡ һәм ҡояш» картинаһы өсөн Рәсәй Рәссамдар берлеге дипломы.
  • 2008 йыл — «Йәйге көн» картинаһы өсөн Рәсәй Рәссамдар берлеге дипломы.

— Бөтә донъя татарҙары конгресының рәхмәт хаты, Ҡазан.

  • 2009 йыл — портреттар серияһы өсөн «БР буйынса Эске эштәр министрлығына 90 йыл» иҫтәлекле юбилей миҙалы.

— БР Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаты.

  • 2012 йыл — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы дипломы, «Рәсәй Рәссамдар берлеге» Башҡортостан бүлексәһенең «Төньяҡ амурҙары» картинаһы өсөн дипломы.

— Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы. — «Рәсәй Рәссамдар берлеге» Ырымбур бүлексәһенең һәм Мәҙәниәт министрлығының дипломы — БР Эске эштәр министрлығының рәхмәт хаты.

  • 2015 йыл — БР Эске эштәр министрлығының Маҡтау ҡағыҙы.
  • 2019 йыл — «Көмөш асҡыс» премияһы (Кипрҙың Яҡын Көнсығыш университеты), Лефкос ҡалаһы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә