Шелонь (иҫкесә. Шалонь[1]) — Рәсәй Псков һәм Новгород өлкәләрендә аҡҡан уртаса ҙурлыҡтағы йылға. Көнбайыштан Новгород өлкәһенең Илмән күленә ҡушыла.

Шелонь
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Илмән (Новгород өлкәһе)
Ҡушылдыҡ Колошка[d], Белка[d], Болотинка[d], Боровенка[d], Векша[d], Городянка[d], Демянка[d], Дрязженка[d], Ильзна[d], Крутец[d], Лемёнка[d], Люта[d], Милиц[d], Патчерка[d], Полонка[d], Северка[d], Ситня[d], Сосенка[d], Струпенка[d], Судома[d], Тишинка[d], Углянка[d], Удоха[d], Уза[d], Щилинка[d] һәм Мшага[d]
Йылғалағы һыу ятҡылығы Илмән (Новгород өлкәһе)
Һыу йыйыу бассейны бассейн Невы[d]
Һыу сығымы 44 м³/с
Бассейн майҙаны 9710 км²
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Псков өлкәһе һәм Новгород өлкәһе
Оҙонлоҡ 248 km
Вид с воздуха
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Шелони[d]
Карта
 Шелонь Викимилектә

Йылға оҙонлоғо — 248 км, бассейны майҙаны — 9710 км²[2].Уртаса йыллыҡ һыу сығымы тамағынан 59 км өҫтәрәк 43,6 м³/с. Балтик диңгеҙе бассейнына ҡарай.

Йылға буйында урынлашҡан ҡалалар: Порхов, Сольцы, шулай уҡ ҙур ҡасабалар — Дедовичи һәм Шимск.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары — Мшага, Ситня, Удоха, Уза, Судома, Ильзна (слева), Колошка, Лемёнка, Люта, Щилинка, Полонка, Белка, Северка (уңда).

Йылға бассейнында минераль сығанаҡтар йыш осрай.

Йылға түбәнге ағымында Сольцы ҡалаһынан тамағына тиклем суднолар йөрөй.

Физик-географик тасуирламаһы үҙгәртергә

 
Волхов һәм Илмән күле бассейны

Шелонь ҙур һаҙлыҡтарҙа, Дедовичи ҡасабаһынан 23 саҡрым көньяк-көнсығышта, айырым алғанда, Селезень күленән 1 саҡрым көньяк-көнсығышта, Новгород өлкәһе сигенән йыраҡ түгел, Яңы Слобода ыҙаны янында башлана[3].

Шелонь Илмән күленә уның көнбайыш өлөшөндә барып ҡоя һәм 10 км² майҙанлы дельта барлыҡҡа килтерә.

Тарихы үҙгәртергә

XV быуаттың Ганза документтарында Бөйөк Новгородты Фин ҡултығы менән тоташтырған Луга юлы тураһында бер нисә тапҡыр хәбәр ителә. Шелонь буйлап уның киҫемдәренең береһе үтә: Волхов - Илмән - Шелонь - Мшага - Киба - Луга йылғаһына, артабан Луга буйлап Фин ҡултығына барып сыҡҡандар. Луга юлы иң мөһим транспорт артерияһы булған һәм ҡәҙимге Волхов - Ладога - Нева юлы ниндәй өсөндөр ябылған ваҡытта әүҙем ҡулланылған.

1471 йылда, Шелонь йылғаһының һул ярында, хәҙерге Скирино һәм Велебицы ауылдары ерҙәрендә (Новгород өлкәһе, Солецкий районының Выбит ауыл биләмәһе), Мәскәү ғәскәрҙәре менән Новгород ополчениеһы араһында Шелонь һуғышы була, ул Новгород республикаһының бөтәсәген алдан уҡ һиҙҙереп ҡуя.

Ҡушылдыҡтары үҙгәртергә

Исемлеге

(тамағынан алыҫлығын күрһәтелгән)

 
Порхов үҙәгендә Шелонь һәм элекке ГЭС

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Шелоник

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Шалонь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. 100
  3. бран

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Шелонь // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Воронов Ю. Б. «100 избранных маршрутов для путешествий на байдарке». М., «Мир», 1993. (рус.). www.skitalets.ru. Дата обращения: 11 декабря 2019.