Шаһиев Харис Хызыр улы

хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының I—III һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республ

Шаһиев Харис Хызыр улы (2 октябрь 1949 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1990—2000 йылдарҙа Ишембай район Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының I—III һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Шаһиев Харис Хызыр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 октябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Харис Хызыр улы Шаһиев 1949 йылдың 2 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.

Хеҙмәт юлын 1968 йылда Күмертау районы (хәҙер Көйөргәҙе районы) ауыл хужалығы етәкселегендә умартасылыҡ буйынса баш зоотехник булып башлай.

  • 1970—1974 — йылдарҙа Ишембай районы буйынса дәүләт инспекторы, БАССР-ҙа ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу һәм сифаты буйынса Дәүләт инспекцияһының Стәрлетамаҡ районы буйынса баш дәүләт инспекторы;
  • 1974—1975 — йылдарҙа Стәрлетамаҡ совхоз техникумының баш агрономы, 1975 йылдан Ишембай районы «Ударник» колхозы рәйесе;
  • 1989 йылда — КПСС-тың Ишембай ҡала комитетына икенсе секретарь итеп һайлана;
  • 1990 йылда — Ишембай районы халыҡ депутаттары Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Ишембай район хакимиәте башлығы;
  • 2000—2008 йылдарҙа — «Башкиргаз» асыҡ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы директоры;
  • 2008—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтте файҙаланыу, урман ресурстарын һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау Министрлығының Көньяҡ-Көнбайыш район-ара етәкселеге начальнигы;
  • 2009—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы сауҙа-сәнәғәт палатаһының Көньяҡ филиалы директоры;
  • 2010—2011 йылдарҙа «Башҡорт дәүләт университеты» юғары профессиональ белем биреү учреждениеһының Стәрлетамаҡ филиалында хакимиәт-хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары;
  • 2012 йылдан алып «Башҡорт йылылыҡ тәьминәте» коммерция булмаған партнерлығының Көньяҡ территориаль (биләмә) етәкселеге начальнигы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • Башҡортостан Республикаһы тәбиғәт һәм экология Министрлығының Маҡтау ҡағыҙы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

Өҫтәлмә мәғлүмәт үҙгәртергә

Өйләнгән, ике улы һәм ҡыҙы бар.

Сығанаҡтар үҙгәртергә