Шафран участка урмансылығында дарыу үләндәре популяцияһы

Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе

Шафран участка урмансылығында дарыу үләндәре популяцияһы (урыҫ.: Популяции лекарственных растений в Шафрановском участковом лесничестве) — Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, ботаника йүнәлешендәге заказник[1][2].

Шафран участка урмансылығында дарыу үләндәре популяцияһы
Нигеҙләү датаһы 1977
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Әлшәй районы

Физик-географик ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Шафрандағы заказник Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө Ғилми үҙәгенең Биология институты тәҡдиме буйынса 1977 йылдың ноябрь айында ойошторола. Төп эш йүнәлеше: май айында сәскә ата торған ынйы сәскәһен (ландыш), жостер, эт муйылы, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән сыбар сәскә кеүек дарыу үләндәрен, ғәҙәти балан, гөлйемеш, ҡара ҡарағат кеүек ҡыуаҡлыҡтарҙы юҡҡа сығыуҙан һаҡлау[2].

Тәбиғәт ҡомартҡыһы Дим йылғаһы буйында ятҡан һыубаҫар урмандың саған, ҡарама, йүкә ағастары үҫкән участкаһында урынлашҡан. Бында ағастар күләгәһендә яҙын ынйы сәскәһе ҡуйы булып үҫә. Йыл һайын дарыу үләне булараҡ уны 0,26 тонна йыйып алалар. Дим йылғаһының яр буйҙары ҡуйы тал ҡыуаҡлыҡтарына һәм күк тирәктәрҙең мөһәбәт сатырҙарына күмелә. Урманының һыубаҫар болонлоҡтарында бесән әҙерләйҙәр. Бында ҡырағай йәнлектәр ҙә бар, әммә улар тураһында теүәл генә мәғлүмәт хәҙергә юҡ[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 02.11.1977 № 555 Об организации заказников по охране лекарственных растений на землях гослесфонда 02.11.1977 555
  2. 2,0 2,1 2,2 http://www.oopt.aari.ru/oopt/%D0%9F%D0%BE%D0%BF%D1%83%D0%BB%D1%8F%D1%86%D0%B8%D0%B8-%D0%BB%D0%B5%D0%BA%D0%B0%D1%80%D1%81%D1%82%D0%B2%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D1%8B%D1%85-%D1%80%D0%B0%D1%81%D1%82%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0%B9-%D0%B2-%D0%A8%D0%B0%D1%84%D1%80%D0%B0%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D1%81%D0%BA%D0%BE%D0%BC-%D1%83%D1%87%D0%B0%D1%81%D1%82%D0%BA%D0%BE%D0%B2%D0%BE%D0%BC-%D0%BB%D0%B5%D1%81%D0%BD%D0%B8%D1%87%D0%B5%D1%81%D1%82%D0%B2%D0%B5 2023 йыл 25 ғинуар архивланған.

Сығанаҡтар үҙгәртергә