Чуйков Юрий Сергеевич

Чуйков Юрий Сергеевич (30 март 1950 йыл) — Рәсәй ғалимы, фән һәм мәғариф эшмәкәре, биология фәндәре докторы (1995), Әстерхан дәүләт университетының биология кафедраһы профессоры, тарихи һәйкәлдәрҙән башлап ҡурсаулыҡтарға тиклем (Богдинско-баскунчак) дәүләт һәм ижтимағи әһәмиәтендәге объекттарҙы проектлаусы һәм туранан-тура башҡарыусы.

Чуйков Юрий Сергеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 30 март 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Дәүләкән, Башҡорт АССР-ы, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө биология һәм экология
Уҡыу йорто Әстерхан дәүләт техник университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы заслуженный эколог Российской Федерации

Биографияһы үҙгәртергә

Юрий Сергеевич Чуйков 1950 йылдың 30 мартында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән ҡалаһында тыуған, хәрби лётчик улы. 1951 йылда ғаиләһе Әстерхан өлкәһенең Аҡтүбә ҡалаһына күсә.

1972 йылда Әстерхан балыҡ сәнәғәте һәм хужалығы техник институтын ихтиолог һәм балыҡсы һөнәре буйынса, 1978 йылда — Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһын ситтән тороп уҡып тамамлай.

1973—1992 йылдарҙа Әстерхан дәүләт биосфера ҡурсаулығында эшләй: кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары.

1992 йылдан 2000 йылға тиклем — Әстерхан өлкәһенең дәүләт экология комиссияһы рәйесе.

2000 йылдан алып «Астраханский вестник экологического образования» журналының баш мөхәррире[1].

1972 йылдан бер үк ваҡытта Әстерхан дәүләт педагогия институтында уҡыта. Әстерхан инженер-төҙөлөш институтының һәм Әстерхан дәүләт университетының экология кафедраһын беренсе ойоштороусы һәм мөдире. Хәҙерге ваҡытта Әстерхан дәүләт университетының экология кафедраһы һәм Әстерхан дәүләт архитектура- төҙөлөш университетының (АГАСУ) янғын хәүефһеҙлеге кафедраһы профессоры.

«Биология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһе Юғары аттестация комиссияһының 1995 йылдың 5 майында ҡарары менән бирелә (диссертацияһы «Зоопланктон Северного Прикаспия и Северного Каспия в условиях изменения уровня моря и антропогенных воздействий»).

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

Юрий Сергеевич Чуйков — 400-гә яҡын хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:

  • Розовые острова. История и современные проблемы Астраханского гос. заповедника. Нижне-Волжское книжное издательство, 1990 г. ISBN 5-7610-0188-8
  • Почему тускнеют жемчужины : [Сборник] / Юрий Чуйков. — Астрахань : Изд-во информ. телевиз. агентства «Интерпресс», 1996. — 248 с.; 20 см.
  • Розовые острова : [История и соврем. проблемы Астрахан. гос. заповедника] / Юрий Чуйков. — 2-е изд., доп. и перераб. — Астрахань : Изд-во Нижневолж. центра экол. образования, 2000. — 235 с. : ил. ; 20 см.
  • Экология человека : (урта мәктәптең 9-сы класы өсөн экология буйынса уҡыу әсбабы) / Ю. С. Чуйков, Л. Ю. Чуйкова, Д. Л. Теплый, Л. К. Шамгунова ; Центр экол. образования населения Астрах. обл. — Астрахань : Изд-во Центра экол. образования населения Астрах. обл., 2000. — 239 с. : ил. ; 20 см.
  • Экология Астраханской области : (основы региональной экологии) : урта мәктәптең 8-се класы өсөн экология буйынса уҡыу әсбабы / Ю. С. Чуйков, Л. Ю. Чуйкова, М. В. Сиговатова ; Центр экол. образования населения Астрах. обл. — 3-е изд. — Астрахань : Центр экологического образования населения Астраханской обл., 2010. — 263 с. : ил. ; 20 см. — ISBN 978-5-9901347-2-0.
  • Основы общей экологии: (уҡыу әсбабы). Юрий Сергеевич Чуйков. Центр экологического образования населения Астраханской обл., 2010 — Всего страниц: 364

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы» маҡтаулы исеме — Рәсәй Федерацияһы Президентының 1996 йылдың 6 сентябрендәге указы. Астрахань өлкәһенең айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары системаһының үҫешенә индергән өлөшө өсөн;
  • Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә Хөкүмәт премияһы — 2001 йылдың 19 мартындағы Ҡарар (коллектив составында «Астраханьгазпром» предприятиеһында производство экологик мониторинг системаһын эшләгәне һәм булдырғаны өсөн)
  • Ф. Р. Штильмарк исемендәге әҙәби премия — Астрахань крайының тәбиғәте тураһында «Розовые острова» китабы өсөн.;

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә