Чернов Иван Логинович

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Чернов Иван Логинович (? 1911 йыл — 27 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, кесе лейтенант, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының эскадрон взводы командиры[1]

Чернов Иван Логинович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1911
Тыуған урыны Дәүләкән, Дәүләкән районы
Вафат булған көнө 27 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Вафат булған урыны Липецк өлкәһе
Тербун районы, Озерки[d]
Һөнәр төрө взвод командиры
Хәрби звание кесе лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Иван Логинович Чернов 1911 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Дәүләкән станцияһында хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән ҡалаһында тыуған. 1941 йылда Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полк эскадронының взвод командиры булып хеҙмәт итә. Курск өлкәһе хәҙер Липецк өлкәһе Тербун районының Озерки ауылында яуҙа һәләк була[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә