Хәсәндағ

Төркиәнең Аҡһарай илендәге һүнгән стратовулкан

Хәсән тауы (төр. Hasan Dağı) — Төркиәнең Аҡһарай илендәге (урындағы административ бүленеш) һүнгән стратовулкан.

Хәсән тауы
төр. Hasan Dağı
Хәсән вулканы (2006 йыл).
Хәсән вулканы (2006 йыл).
Координаты: пропущена долгота
Ил
Тау системаһыКесе Азия таулығы 
Арҡа йәки массивАнатолий яҫы таулығы 
Вулкан формаһыСтратовулкан 
Барлыҡҡа килеү дәүереГолоцен 
Һуңғы атылыубилдәһеҙ 
Түбәһе бейеклеге3253 м [1] 
Төркиә
Красная точка
Хәсән тауы

Геологияһы үҙгәртергә

Тауҙың бейеклеге - 3253 метр[1], ул үҙәк Кесе Азиялағы (Анатолия) иң бейек түбәләр араһында икенсе урынды биләй.

Киңлеге 4-5 саҡрымлыҡ кальдеры бар, ул беҙҙең эраға тиклем 7500 йыл элек барлыҡҡа килгән. Янартау һуңғы тапҡыр беҙҙең эраға тиклем яҡынса 6200 йыл элек урғылған. Ике башлы стратовулкан кальдер емерелеүенең 4 осорон кисерҙе. Хәҙерге заман ойошоуы һуңғы кальдерҙа барлыҡҡа килде. Көмбәҙҙәре лаванан ике төп түбә барлыҡҡа килтергән, көнбайыш түбәһе бейегерәк һәм ике вулкан кратеры бар. Хәсәндағты вулкан көлөнөң 25-тән ашыу лава ағымы һәм конусы уратып алған.

Чаталһөйүк үҙгәртергә

Хәсән тауындағы вулкандың урғылыуы неолит осоронда төшөрөлгән ҡаялағы һүрәттәрҙә һынландырылған. Неолитик донъяның иң ҙур ҡалаһы Чаталһөйүктә йәшәүселәр, тау тирәһендә обсидиан йыйып, уларҙы күрше йәшәгәндәрҙең биҙәүестәренә алмаштырған. Обсидиандан яһалған көҙгөләр табыла. Чаталһөйүк халҡы өсөн Хәсән тауының әһәмиәтен ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр күрһәтә, уларҙың ҡайһы берҙәрендә тау ҡасаба халҡының торлаҡтары өҫтөнән күтәрелгән тау төшөрөлгән.

Туризм үҙгәртергә

Тауға артылыу яҡынса 6 сәғәт тәшкил итә. Түбәнән алыҫта ятҡан Каппадокияны индереп, Анатолий яҫы таулығына күренеш асыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Hasan Dagi (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института (проверено 2 ноябрь 2018)

Һылтанмалар үҙгәртергә