Хәмзә (исем)
Хәмзә — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы үҙгәртергә
Хәмзә — «яндырусы», «көйҙөргөс»; «дарыу үләне» мәғәнәләрен аңлатҡан ир балаларға ҡуышылған мосолман исеме[1].
Билдәле шәхестәр үҙгәртергә
Хәмзә Хәкимзаде Ниязи (үзб. Hamza Hakimzoda Niyoziy; 22 февраль (6 март) 1889 йыл — 18 март 1929 йыл) — үзбәк шағиры, драматургы, йәмәғәт эшмәкәре, Үзбәк ССР-ының халыҡ шағиры (1926). Үзбәк совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы.
Хәмзә Ғәббәс улы Дәүләтшин (9 сентябрь 1912 йыл — 16 июль 1999 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәре докторы (1964), профессор (1965).
Хәмзә Искәндәр улы Ғәлләмов (2 апрель 1931 йыл — 16 июнь 2015 йыл) — Рәсәй Үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының төбәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй, Өфө ҡалаһындағы «Хәмзә-Хажи» мәсете етәксеһе, «Имам хәҙрәт Хәмзә хажи» хәйриә фонды етәксеһе.
Хәмзә Фәтих улы Усманов (24 апрель 1923 йыл — 13 ғинуар 2009 йыл) — тарихсы, Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1994). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981).
Хәмзә Әғләм улы Садиҡов (рус. Садыков Хамза Ахлямович 1922 йыл — ?) — 112 -се Башҡорт каваерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Хәмзә Зәки улы Әбдрәшитов (5 июнь 1954 йыл) — СССР һәм Рәсәй хирургы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). 1997 йылдан — Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы. Фәнни тикшеренеүҙәре ашҡаҙан һәм бөйән эсәге сей яра ауырыуҙарын хирургик дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, анастомоз зоналарында ҡан микроциркуляцияһын өйрәнеүгә (ашҡаҙан-эсәк соустье) арналған. Мини-лапаротомия ысулдарын дауалау практикаһына индереү инициаторҙарының береһе.
Хәмзә Ильяс улы Абдуллин(7 ғинуар 1918 йыл — 31 июль 2008 йыл) — педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971).
Хәмзә Рәис улы Әхмәтов (3 июль 1958 йыл — 13 октябрь 2007 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр Палатаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы Действительный дәүләт кәңәшсеһе, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең запастағы подполковнигы.
Фамилияларҙа үҙгәртергә
Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы (12 июнь 1950 йыл — 15 ноябрь 2009 йыл) — башҡорт йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
Хәмзәтов Рәсүл Хәмзәт улы (8 сентябрь 1923 йыл — 3 ноябрь 2003 йыл) — авар шағиры, прозаик, публицист, СССР һәм Рәсәйҙең йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, тәржемәсе. Сталин (1952) һәм Ленин (1963) премиялары лауреаты, Дағстан АССР-ының халыҡ шағиры (1959), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).
Архитектурала үҙгәртергә
Хәмзә мәсете— Өфөләге мосолман дини ойошмаһы (Башҡортостан Республикаһы). Мәсет Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан. Мәсет Хәмзә хажи Ғәлләмовтың шәхси аҡсаһына төҙөлгән. Проект авторы — Хәмзә хажи Ғәлләмов.
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар үҙгәртергә
- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар үҙгәртергә
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |