Хәкимйән Әхмәтғәлин урамы


Хәкимйән Әхмәтғәлин урамы (рус. улица Хакимъяна Ахметгалина) — Учалы ҡалаһы үҙәгендәге урам, Карл Маркс урамынан Учалы (ҡала) — Учалы (ауыл) -Мейәс юлына тиклем һуҙылған. Максим Горький, Зәки Вәлиди, Рәсәй, Архитекутра, Дуҫлыҡ, Әй, Мөслимова урамдарын киҫеп үтә.

Хәкимйән Әхмәтғәлин урамы
Учалы
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Башҡортостан Республикаһы

Ҡала

Учалы

Оҙонлоғо

3,3 км

Киңлеге

4—6 м

картала

OpenStreetMap-та
Яндекс. Картала

Урамдың оҙонлоғо — 3300 метр. Йәмәғәт транспорты хәрәкәте юҡ. Урам күпселек Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты эшселәре йәшәғән «Царское село» микрорайоны аша үтә.

Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы хөрмәтенә аталған. Урамда 1 ҡатлы шәхси йорттар байтак.

Урындары үҙгәртергә

  • 2-се йорт, Ҡала-район ветеринар станцияһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә