Хэйхэ (ҡыт. ябай. 黑河, пиньинь: Hēihé, һүҙмә-һүҙ: «Ҡара йылға», манчжурия исеме: Сахалян) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Хэйлунцзян провинцияһындағы ҡала округы. Амур йылғаһы яры буйында, Рәсәй ҡалаһы Благовещен ҡаршыһында урынлашҡан, Благовещен менән йылға бәйләнеше бар.

Хэйхэ
Рәсем
Рәсми атамаһы 黑河市
Дәүләт  Ҡытай
Административ-территориаль берәмек Хэйлунцзян[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+8:00[d]
Закондар сығарыу органы Q106811130?[1]
Халыҡ һаны 1 673 899 кеше (2010)[2]
Административ рәүештә бүленә Айхуэй[d], Нэньцзян[d], Сюнькэ[d], Суньу[d], Бэйань[d] һәм Удаляньчи[d]
Туғандаш ҡала Благовещен, Цицикар[3] һәм Красноярск
Майҙан 66 861,93 км²
Почта индексы 164300
Рәсми сайт heihe.gov.cn
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 456
Номер тамғаһы коды 黑N
Карта
 Хэйхэ Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

1683 йылдың 13 декабрендә урыҫтарҙы күҙәтеү өсөн Айгунь ҡалаһына нигеҙ һалына, ул хэйлунцзянь цзянцзюненең резиденцияһы була. Албазинды алғандан һуң ҡала Амур йылғаһы ағымынан бер ни тиклем түбәнерәк яңы урынға күсерелә. 1690 йылда цзянцзюнь резиденцияһы Маньчжуриянан эскә табан Мэргэнгә күсерелә, Ә Айгунь фудутун резиденцияһы була. 1709 йылда Айгунгә өс миисионер-иезуит килә, улар яҡшы нығытылған ҡаланың тасуирламаһын ҡалдыра. 1858 йылда бында Амур буйынса рәсәй-ҡытай сиктәренең үтеүен билдәләү буйынса Айгунь килешеүенә ҡул ҡуйыла.

1900 йылда ихэтуандәр ихтилалы ваҡытында бынан Рәсәй ҡалаһы Благовещенғаға ут асыла, һәм ҡаланы ваҡытлыса рус ғәскәрҙәре баҫып ала.

1911 йылдағы Синьхай революцияһынан һуң фудутунлыҡ структураһы тулыһынса юҡ ителә (Хэйлунцзян провинцияһы 1906 йылда формаль рәүештә граждандар идаралығы системаһына күсһә лә, урындарҙа үҙгәртеп ҡороу процесы һуҙыла), һәм был территорияларҙа өйәҙҙәр ойошторола.

1980 йылдың 15 ноябрендә ҠХР Дәүләт советы ҡарары менән Аухуэй өйәҙе биләмәһенең өлөшөнән Хэйхэ ҡалаһы ойошторола. 1983 йылдың 28 апрелендә Айхуэй өйәҙе бөтөрөлә, ә уның территорияһы Хэйхэ ҡалаһы составына индерелә. ҠХР Дәүләт советының 1993 йылдың 9 февралендәге ҡарары менән Хэйхэ ҡала округы барлыҡҡа килә, ә элекке Хэйхе ҡалаһы уның составында Айхуэй районы булып китә.

2004 йылдан Рәсәй граждандарына бында барлыҡҡа килгән рәсәй-ҡытай ирекле сауҙа зонаһына визаһыҙ үтеп инеү рөхсәт ителә.

Климаты үҙгәртергә

  • Йыллыҡ уртаса температура — +1,6 °C
  • Йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 67 %.
  • Йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 2,0 м/c
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 0,2 7,0 20,3 27,9 34,7 39,4 37,7 36,9 33,5 28,0 13,4 3,6 39,4
Уртаса максимум, °C −15,6 −9,5 −0,5 11,0 19,5 25,5 27,3 25,1 18,9 9,1 −4,9 −14,7 7,6
Уртаса температура, °C −21,5 −16,3 −6,8 4,7 12,8 19,3 21,8 19,6 12,7 3,2 −10 −19,8 1,6
Уртаса минимум, °C −26,2 −21,9 −12,6 −1,2 6,6 13,6 17,2 15,1 7,6 −1,5 −14,1 −24,1 −3,5
Абсолют минимум, °C −44,5 −45,4 −35,7 −17,7 −7,5 0,1 8,2 4,4 −4,3 −24,8 −32,9 −41,2 −45,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 7 5 11 31 46 83 125 123 64 26 14 8 543

Административ бүленеше үҙгәртергә

Хэйхэ ҡала округы 1 ҡала районына, 2 ҡала өйәҙенә һәм 3 өйәҙгә бүленә:

 
# Статусы Исеме Иероглифтар Пиньинь Халыҡ һаны (2010),

мең кеше

Майҙан,

мең км²

Тығыҙлығы (кеше/км²)
1 Район Айхуэй 爱辉区 Àihuī qū 211,313 13,993 14
2 Ҡала өйәҙе Бэйань 北安市 Shì Běi'ān 436,444 6,313 74
3 Ҡала өйәҙе Удаляньчи 五大连池市 Wǔdàliánchí shì 326,390 9,800 37
4 Өйәҙе Нэньцзян 嫩江县 Nènjiāng xiàn 495,519 15,360 33
5 Өйәҙе Сюнькэ 逊克县 Xùnkè xiàn 101,411 17,020 6
6 Өйәҙе Суньу 孙吴县 Sūnwú xiàn 102,821 4,454 22

Транспорты үҙгәртергә

Ошонан трансманчжурия Годао 202 (ҡыҫҡартылған исеме G202) трассаһы башлана, ул Хэйхэ һәм Люйшунькоуны бөтә Ҡытай аша тоташтыра. Шулай уҡ тимер юл вокзалы, аэропорт, йылға порттары бар.

Энергетикаһы үҙгәртергә

Хэйхэның көнбайыш өлөшөндә Рәсәйҙән электр энергияһын импортлау өсөн подстанция төҙөлә. Электр энергияһын тапшырыу «Амур — Хэйхэ» ЛЭП 500 кВ аша Амур ПМЭС подстанцияһынан башҡарыла. Үҙ сиратында Амур подстанцияһына электр энергияһы Зей ГЭС һәм Бурей ГЭС-ынан килә.

2015 йылдың 29 июнендә Хэйхэла Рәсәй газын импортлау өсөн Хэйхэ — Шанхай газ торбалары төҙөлә башлай, ул «Себер көсө» газ торбалары буйынса Амур газ эшкәртеү заводы аша сик буйына еткереләсәк[4].

Туғандаш ҡалалар үҙгәртергә

Хэйхэ ҡалаһына түбәндәге ҡалалар туғандаш:

Галереяһы үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Линия Хэйхэ — Тэнчун

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. (unspecified title) — 2021.
  2. Шестая национальная перепись населения КНР
  3. http://english.qqhr.gov.cn/youhaochengshi.php
  4. Ҡытайға юлланды ҡаршыһына «себер көсө» 2015 йыл 2 сентябрь архивланған. // Эксперт Online, 16.12.2015

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Хэйхэ — информация о территории, населении и истории изменений административно-территориального деления на сайте 行政区划网 (кит.)