Хиссиәт — кешенең эмоциональ процесы, реаль йәки абстракт объекттаҙы субъектив баһалау сағылышы. Хиссиәт аффекттар, эмоциялар һәм кәйефтән айырыла [1].

Әҫәрләнеү, М. Блай скульптураһы(1910 й. тирәһе))
Алты төп эмоция миҫалдары

Төшөнсәнең сиктәре үҙгәртергә

Белгестәр «хис» төшөнсәһе менән «эмоция», «аффект», «кәйеф», «көйөнөү» һәм «тойоу» төшөнсәләре араһында айырма үткәрә.

Эмоцияларҙан һәм кәйефтәрҙән айырмалы рәүештә, «хис» төшөнсәһе объекттарға бәйле: улар дөйөм хәлгә түгел, ә кемгәлер йәки нимәгәлер ҡарата барлыҡҡа килә. «Мин ошо кешенән ҡурҡам» - был хис, ә «миңә ҡурҡыныс» - эмоция[1].

Аффекттар менән айырма ла эмоцияларҙыҡы кеүек үк. Бынан тыш аффекттарҙың, хистән айырмалы рәүештә, һәр ваҡыт тиерлек тышҡы сағылышы асыҡ күренә[1].

Көйөнөү - эмоциональ процестарҙың бары тик субъектив-психик яғы ғына, физиологик составы иҫәпкә алынмай.

Һиҙеү-тойоу - тышҡы мөхиттең үҙсәнлектәре һәм тороштарының психик сағылышы, ул туранан-тура тойғо ағзаларына тәьҫир иткәндә барлыҡҡа килә.

Этимологияһы үҙгәртергә

Башҡорт теленә "хис", "хиссиәт" һүҙҙәре ғәрәп теленән ингән.Хис - ысынбарлыҡты күңел менән һиҙеү һәләте; күңелдән килгән мөнәсәбәт нигеҙендә тыуған кисереш. Хиссиәт - хистәрҙең күп төрлөлөгө [2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Леонтьев Алексей Николаевич. Потребности, мотивы и эмоции (рус.). — Москва, 1971.
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, "Русский язык", 1993. - 1-се том, бит— ISBN 5-200-01108-6

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Л. В. Кривых. К вопросу о типологии чувственности. М., 1984 г.


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.