Фәйзи Әхмәт Сафа улы

Фәйзи Әхмәт Сафа улы (төп фамилияһы — Фәйзуллин) (11 март 1903 йыл — 11 август 1958 йыл) — татар совет яҙыусыһы, шағир-лирик, либреттолар авторы, драматург, әҙәбиәт белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957). Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. (1958).

Фәйзи Әхмәт Сафа улы
татар. Әхмәт Фәйзи
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Ахмед Сафиевич Файзуллин
татар. Әхмәт Әхмәтсафа улы Фәйзуллин
Тыуған көнө 26 февраль (11 март) 1903
Тыуған урыны Өфө, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 август 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле татар теле
Һөнәр төрө прозаик, шағир, драматург, либреттист
Жанр социалистик реализм[d], шиғриәт, тарихи роман[d], театр пьесаһы[d] һәм Сатира
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
 Фәйзи Әхмәт Сафа улы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Фәйзи Әхмәт һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. 1911—1915 йылдарҙа мәҙрәсәлә, һуңыраҡ урыҫ-татар гимназияһында уҡый. 1921 йылда Ырымбурҙа Көнсығыш институтын тамамлай. 1922 йылдан алып уҡытыусы булып эшләй, Донбасста мәҙәни-ағартыу эштәре алып бара, 1929 йылдан Ҡазанда йәшәй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[1].

Ижады үҙгәртергә

Шағир булараҡ 1918 йылда сығыш яһай башлай. Формалистик мауығыуҙарға өҫтөнлөк бирә, әммә 1920 йылдар уртаһында реалистик манерала яҙа башлай. Фәйзи ижады күп яҡлы — ул шағир, прозаик, драматург, балалар яҙыусыһы, публицист.

«Флейты» поэмаһы (1933) интеллигенцияныңрухи ҙләнеүҙәре тураһында; совет кешеһенең әхлаҡи ныҡлыгы тураһында «Пустыня и человек» балладаһы (1936), В. И. Ленинға бағышланган «Почему молчит чёрный камень» (1940) поэмаһы ҙур уңыш ҡаҙана.

Күп кенә шиғри йыйынтыҡтар авторы. Шиғырҙары музыкаллек менән айырыла, татар композиторҙарының күбеһе уларҙы шиғри сифат нигеҙендә үҙҙәренең йыр һәм романстары өсөн ҡуллана.

Оҙаҡ йылдар Ғабдулла Туҡайҙың тормошон һәм ижадын өйрәнә. Шулай уҡ ул «Туҡай» драмаһын яҙа(1938), «Туҡай» романының тәүге өлөшө баҫтырып сығара (1952), баллада яҙа.

«Ҡасҡын» («Ҡасаҡ», 1939) һәм «Йәлил» (музыка Н. Жиганов, 1957) операһы либреттоһының, «Аҡсарлаҡ» музыкаль комедияһы (1944) авторы. Туҡай әкиәте мотивтары буйынса «Шүрәле» («Леший») Ф. Яруллиндың беренсе татар балетының (1945) либреттоһын яҙа; Ғөбәйҙуллиндың «Кисекбаш» («Отсеченная голова») балетына (1958) либретто яҙа. Фәйзи тексына М.Юдиндың беренсе татар «Йәш патриот» кантатаһы яҙыла (1944).

Ә. Фәйзи «Пугачев Ҡазанда» тарихи драмаһын яҙа. Уның драматургияһы — татар совет әҙәбиәтенең ҙур күренеше.

Хәтер үҙгәртергә

 
Ҡазанда татар зыяратында Ә.Фәйзи ҡәбере

Ҡазанда татар зыяратында ерләнгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978.
  • Энциклопедический словарь псевдонимов. С. Колосова. 2009.
  • Музыкальная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор. Под ред. Ю. В. Келдыша. 1973—1982.
  • История татарской советской литературы, М., 1965;
  • Гиниятуллина А., Писатели Советского Татарстана. Биобиблиографич. справочник, Каз., 1970.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Память народа

Һылтанмалар үҙгәртергә