Футбол буйынса донъя чемпионаты

К:Проект:Футбол:Последняя правка в 2024 году

Футбол буйынса донъя чемпионаты
ингл. FIFA World Cup
Нигеҙ һалына

1930; 94 йыл элек (1930)

Ҡатнашыусылар һаны

48

Бәйле турнирҙар

Конфедерациялар Кубогы

Ғәмәлдәге еңеүсе

Аргентина Аргентина (3 титул)

Иң титуллы

Бразилия Бразилия (5 титул)

Сайт

https://www.fifa.com/worldcup/

Донъя чемпионаты 2026

Футбол буйынса донъя чемпионаты, рәсми — ФИФА́-ның донъя Ку́богы (от ингл. FIFA World Cup), йыш ҡына Футбол буйынса донъя Ку́богы, ФИФА-ның донъя чемпиоаты, мундиа́ль (от исп. Copa Mundial de Fútbol) тип атала — халыҡ-ара футбол ярыштары. Донъя чемпионатын ФИФА үткәрә, унда ФИФА ағзаһы булған илдәрҙең ирҙәр йыйылма командалары ҡатнаша ала.

Донъя чемпионатының финал турнирҙары, Олимпия уйындары кеүек үк, дүрт йылға бер үткәрелә, әммә төбәк турнирҙарын иҫәпкә алһаң, һәр мундиаль өс йылдан ашыу дауам итә. Чемпионаттың һайлап алыу ярыштарында 200-ҙән ашыу команда ҡатнаша. Чемпионаттың финал турнирында 48 команда (2026 йылдан алып; 1998—2022 йылдарҙа — 32 йыйылма) ҡатнаша: һайлап алыу турниры йомғаҡтары буйынса ошондай хоҡуҡҡа эйә булған 47 командаға тиклем һәм (1938 йылдан) ҡабул итеүсе илдең йыйылма командаһы йәки ҡабул итеүсе илдәрҙең бер нисә командаһы.

Футбол буйынса донъя чемпионатының финал өлөшө ҙур аудитория йыя һәм бөтә донъяла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, 2022 йылда финалды 1,5 миллиардтан ашыу тамашасы ҡарай, ә турнирҙың дөйөм аудиторияһы бөтә донъя буйынса көйәрмәндәр һаны 4 миллиардтан артып китә.

Үҙенең бер быуатлыҡ тарихында донъя чемпионаты Австралиянан тыш бөтә ҡитғаларҙа ла уҙғарыла, әммә донъя чемпиондары исеменә Көньяҡ Америка һәм Европаның йыйылма командалары ғына лайыҡ була.

Дөйөм мәғлүмәттәр үҙгәртергә

Донъя чемпионаттары тарихында 8 ил генә чемпион исеменә лайыҡ була. Иң күп титулға Бразилия эйә — Донъя кубогын биш тапҡыр яулай. Италия һәм Германия — дүрт, Аргентина — өс, Уругвай һәм Франция — ике, ә Англия һәм Испания беренселектә бер тапҡыр еңеү яулай.

Пеле — (1958, 1962 һәм 1970 чемпионаттарында) өс тапҡыр донъя чемпионы. Тағы ла 20 уйынсы ике тапҡыр чемпион була (башлыса бразилиялылар (1958 һәм 1962 чемпионаттарында — 13, икеһе 1994 һәм 2002 чемпионаттарҙа), шулай уҡ Италия йыйылма командаһының дүрт уйынсыһы (1934 һәм 1938 чемпионаттарҙа) һәм Аргентина йыйылма командаһынан бер уйынсы (1978 һәм 1986 чемпионаттарҙа).

Тарихы үҙгәртергә

Беренсе халыҡ-ара ярыштар үҙгәртергә

Донъя чемпионаты футбол буйынса донъя тарихында беренсе футбол ярышы түгел. Һәүәҫкәр футбол 1908 йылдан Олимпия уйындары программаһына инә.

1909 йылда сэр Томас Липтон Туринда турнир ойоштора, һуңынан ул «Иң беренсе донъя чемпионаты» тип атала.

Олимпия уйындарында төрлө илдәрҙән футболсылар ҡатнаша алған футбол турниры берҙән-бер рәсми халыҡ-ара ярыштар була. Профессиональ һәм һәүәҫкәр уйын кимәле араһындағы айырманың йылдам үҫеүе сәбәпле ФИФА-ны донъя чемпионаты ойошторорға ҡарар итә.

1926 йылда ФИФА конгресында ФИФА башҡарма комитеты комиссия ойоштора һәм уға донъя чемпионатын ойоштороу мөмкинлеген өйрәнеү бурысын йөкмәтә. ФИФА Конгресы Донъя чемпионаты тураһындағы һуңғы ҡарарҙы Амстердамда 1928 йылдың 28 майында ҡабул итә.

Беренсе чемпионат үҙгәртергә

Ике Олимпия уйындарында еңеү яулаған Уругвай — футбол буйынса донъя чемпионатының беренсе ҡабул итеүсе ил[1].

Башта донъя чемпионатын үткәреүгә биш ил: Италия, Испания, Швеция, Нидерланд һәм Уругвай дәғүә итә. Күпселек Уругвай өсөн тауыш бирә. Уругвай федерацияһы ФИФА-ның бөтә финанс шарттарын үтәргә вәғәҙә бирә.

 
Сентенарио — Беренсе донъя чемпионытын ҡабул итеүсе стадион

Әммә Уругвайҙы турнир аренаһы итеп һайлау ойоштороусыларға ауырлыҡтар тыуҙыра: Европанан Уругвайға барыу оҙайлы һәм ҡиммәткә төшә, турнир башланырҙан ике ай алда Европаның бер федерацияһы ла үҙенең командаһын чемпионға ебәрергә планлаштырмай[1]. Риме Жюль дүрт Европа командаһын: Франция, Бельгия, Румыния һәм Югославия йыйылмаларын турнирҙа ҡатнашыуға йәлеп итә ала.

Турнирҙа бөтәһе 13 команда ҡатнаша — етеһе Көньяҡ Американан, дүртәүһе Европанан һәм икәүһе Төньяҡ Американан. 13 команда дүрт төркөмгә бүленә. Төркөм еңеүселәре ярымфиналға сыға.

Турнир финалында Көньяҡ Американың ике командаһы осраша: Монтевидеолағы «Сентенарио» стадионында 93 000 тамашасы алдында Уругвай йыйылма командаһы, Аргентинаны 4:2 иҫәбе менән еңеп, беренсе донъя чемпионы була.

Ҡатнашыусылар үҙгәртергә

Төп мәҡәлә: Футбол буйынса донъя чемпионаты (командаларҙың ҡатнашыу статистикаһы)

2018 йылдың июненә ҡарата, донъя чемпионаттарының 21 финал турнирында дөйөм алғанда ФИФА-ның 211 ағзаһынан 78-е йыйылма команда, шулай уҡ хәҙер булмаған 5 йыйылма (курсив менән бирелә) ҡатнаша. Бразилия — бөтә донъя чемпионаттарында ҡатнашҡан берҙән-бер йыйылма команда. Таблицала йыйылма командаларҙың хәҙерге исемдәре (әлеге ваҡытта булмағандарҙың һуңғы чемпионаттағы исемдәре) һәм конфедерациялар буйынса бүленеше күрһәтелгән, чемпион дәрәжәһе иҫәбе йондоҙҙар менән күрһәтелгән.

Европа (УЕФА) — 33 команда һәм 5 юҡҡа сыҡҡан

Африка (КАФ) — 13 команда

Азия (АФК) — 12 команда

Төньяҡ Америка (КОНКАКАФ) — 11 команда

Көньяҡ Америка (КОНМЕБОЛ) — 9 команда

Океания (ОФК) — 1 команда

Һөҙөмтәләр үҙгәртергә

Футбол буйынса бөтә донъя чемпионаттары үҙгәртергә

Йыл Үткәрелеү
урыны
Финалсылар Ярымфиналсылар
Чемпион Иҫәп 2-се урын 3-сө урын Иҫәп 4-се урын
1930   Уругвай  
Уругвай
4:2  
Аргентина
 
АҠШ
(1)  
Югославия
1934   Италия короллеге  
Италия
2:1
өҫтәлмә ваҡыт
 
Чехословакия
 
Германия
3:2  
Австрия
1938   Франция  
Италия
4:2  
Венгрия
 
Бразилия
4:2  
Швеция
1942 Икенсе донъя һуғышы арҡаһында үткәрелмәй
1946 Икенсе донъя һуғышы эҙемтәләре арҡаһында үткәрелмәй
1950   Бразилия  
Уругвай
2:1(2)  
Бразилия
 
Швеция
3:1(2)  
Испания
1954   Швейцария  
ФРГ
3:2  
Венгрия
 
Австрия
3:1  
Уругвай
1958   Швеция  
Бразилия
5:2  
Швеция
 
Франция
6:3  
ФРГ
1962   Чили  
Бразилия
3:1  
Чехословакия
 
Чили
1:0  
Югославия
1966   Англия  
Англия
4:2
өҫтәлмә ваҡыт
 
ФРГ
 
Португалия
2:1  
СССР
1970   Мексика  
Бразилия
4:1  
Италия
 
ФРГ
1:0  
Уругвай
1974   ФРГ  
ФРГ
2:1  
Нидерланд
 
Польша
1:0  
Бразилия
1978   Аргентина  
Аргентина
3:1
өҫтәмә ваҡыт
 
Нидерланд
 
Бразилия
2:1  
Италия
1982   Испания  
Италия
3:1  
ФРГ
 
Польша
3:2  
Франция
1986   Мексика  
Аргентина
3:2  
ФРГ
 
Франция
4:2
өҫтәмә ваҡыт
 
Бельгия
1990   Италия  
ФРГ
1:0  
Аргентина
 
Италия
2:1  
Англия
1994   АҠШ  
Бразилия
0:0
(3:2 пен)
 
Италия
 
Швеция
4:0  
Болгария
1998   Франция  
Франция
3:0  
Бразилия
 
Хорватия
2:1  
Нидерланд
2002   Корея Республикаһы
  Япония
 
Бразилия
2:0  
Германия
 
Төркиә
3:2  

Корея Республикаһы

2006   Германия  
Италия
1:1
(5:3 пен)
 
Франция
 
Германия
3:1  
Португалия
2010   КАР  
Испания
1:0
өҫтәлмә ваҡыт
 
Нидерланд
 
Германия
3:2  
Уругвай
2014   Бразилия  
Германия
1:0
өҫтәлмә ваҡыт
 
Аргентина
 
Нидерланд
3:0  
Бразилия
2018   Рәсәй Федерацияһы  
Франция
4:2  
Хорватия
 
Бельгия
2:0  
Англия
2022   Катар  
Аргентина
3:3
(4:2 пен)
 
Франция
 
Хорватия
2:1  
Марокко
2026   Канада
  Мексика
  АҠШ
2030   Испания
  Португалия
  Марокко
  Уругвай
  Аргентина
  Парагвай
2034   Сәғүд Ғәрәбстаны
1 — 1930 йылда өсөнсө урын өсөн матч үткәрелмәй. Югославия һәм АҠШ ярымфиналда Уругвай һәм Аргентинанан бер үк 6-1 иҫәбе менән еңелә. Әммә ФИФА бөтә чемпионатта сығыш яһау һөҙөмтәләре буйынса АҠШ йыйылма командаһына өсөнсө урын, ә Югославия йыйылма командаһын дүртенсе урын тапшыра.
2 — 1950 йылда рәсми финал матчы үткәрелмәй, сөнки тәүге урындарҙың яҙмышы дүрт команданың һуңғы төркөм этабында хәл ителә. Әммә Уругвай һәм Бразилия йыйылма командалары араһындағы һуңғы раунд матчы ысынбарлыҡта финал булып сыға, сөнки нәҡ был уйында 2:1 иҫәбе менән еңеп, Уругвай финал төркөмөндә беренсе урын ала һәм чемпион титулын яулай. Швеция менән Испания араһындағы матчта шведтар 3:1 иҫәбе менән еңә һәм өсөнсө урынға сыға.

Донъя чемпионаттары тарихында иң яҡшы бомбардирҙар үҙгәртергә

Түңәрәк йәйәләрҙә уйынсы уйнаған, әммә туп индермәгән, квадрат йәйә менән уйынсы составта булған, әммә майҙанға сыҡмаған турнирҙар күрһәтелгән.

 
Мирослав Клозе — донъя чемпионаттары тарихында иң яҡшы бомбардир (16)
Футболсы Команда Голдар Матчтар Уртаса Турнирҙар
1 Мирослав Клозе   Германия 16 24 0,67 2002, 2006, 2010, 2014
2 Роналдо   Бразилия 15 19 0,79 [1994], 1998, 2002, 2006
3 Герд Мюллер   ФРГ 14 13 1,08 1970, 1974
4 Жюст Фонтен   Франция 13 6 2,17 1958
Лионель Месси   Аргентина 26 0,50 2006, (2010), 2014, 2018, 2022
6 Пеле   Бразилия 12 14 0,86 1958, 1962, 1966, 1970
Килиан Мбаппе   Франция 14 0,86 2018, 2022
8 Шандор Кочиш   Венгрия 11 5 2,20 1954
Юрген Клинсман   ФРГ
  Германия
17 0,65 1990, 1994, 1998
10 Хельмут Ран   ФРГ 10 10 1,00 1954, 1958
Гари Линекер   Англия 12 0,83 1986, 1990
Габриэль Батистута   Аргентина 12 0,83 1994, 1998, 2002
Теофило Кубильяс   Перу 13 0,77 1970, 1978, (1982)
Томас Мюллер   Германия 19 0,53 2010, 2014, (2018), (2022)
Гжегож Лято   Польша 20 0,50 1974, 1978, 1982

Донъя чемпионаттары финал уйындарының иң яҡшы бомбардирҙары үҙгәртергә

4 туп 3 мяча
2 мяча

Уйналған матчтар һаны буйынса лидерҙар үҙгәртергә

 
Лионель Месси — 26 матчта уйнаусы
2022-12-18 торошло
Футболсы Команда Матчтар Турнирҙар
1 Лионель Месси   Аргентина 26 2006, 2010, 2014, 2018, 2022
2 Лотар Маттеус   ФРГ
  Германия
25 1982, 1986, 1990, 1994, 1998
3 Мирослав Клозе   Германия 24 2002, 2006, 2010, 2014
4 Паоло Мальдини   Италия 23 1990, 1994, 1998, 2002
5 Криштиану Роналду   Португалия 22 2006, 2010, 2014, 2018, 2022
6 Уве Зеелер   ФРГ 21 1958, 1962, 1966, 1970
Владислав Жмуда   Польша 1974, 1978, 1982, 1986
Диего Марадона   Аргентина 1982, 1986, 1990, 1994
9 Гжегож Лято   Польша 20 1974, 1978, 1982
Кафу   Бразилия 1994, 1998, 2002, 2006
Филипп Лам   Германия 2006, 2010, 2014
Бастиан Швайнштайгер   Германия 2006, 2010, 2014
Хавьер Маскерано   Аргентина 2006, 2010, 2014, 2018

Йыйылма команда сығыштары статистикаһы үҙгәртергә

Түбәндә ярымфиналға сыҡҡан командалар статистикаһы килтерелә. Олимпия турниры сиктәрендә футбол буйынса ярыштары 1924 һәм 1928 йылдарҙа үткәрелгән тәүге ике донъя чемпионаты иҫәпкә алынмай.

Команда чемпион
титулдары
Донъя чемпионы
(* — донъя чемпионаты хужаларын)
2-се урын
(* — донъя чемпионаты хужаларын)
3-сө урын
(* — донъя чемпионаты хужаларын)
4-се урын¹
(* — донъя чемпионаты хужаларын)
  Бразилия 5 1958, 1962, 1970, 1994, 2002 2 (1950*, 1998) 2 (1938, 1978) 2 (1974, 2014*)
  Германия 4 1954, 1974*, 1990, 2014 4 (1966, 1982, 1986, 2002) 4 (1934, 1970, 2006*, 2010) 1 (1958)
  Италия 1934*, 1938, 1982, 2006 2 (1970, 1994) 1 (1990*) 1 (1978)
  Аргентина 3 1978*, 1986, 2022 3 (1930, 1990, 2014)
  Франция 2 1998*, 2018 2 (2006, 2022) 2 (1958, 1986) 1 (1982)
  Уругвай 1930*, 1950 - - 3 (1954, 1970, 2010)
  Англия 1 1966* - - 2 (1990, 2018)
  Испания 2010 - - 1 (1950)
  Нидерланд - - 3 (1974, 1978, 2010) 1 (2014) 1 (1998)
  Чехословакия - - 2 (1934, 1962) - -
  Венгрия - - 2 (1938, 1954) - -
  Швеция - - 1 (1958*) 2 (1950, 1994) 1 (1938)
  Хорватия - - 1 (2018) 2 (1998, 2022) -
  Польша - - - 2 (1974, 1982) -
  Австрия - - - 1 (1954) 1 (1934)
  Португалия - - - 1 (1966) 1 (2006)
  Бельгия - - - 1 (2018) 1 (1986)
  АҠШ - - - 1 (1930) -
  Чили - - - 1 (1962*) -
  Төркиә - - - 1 (2002) -
  Югославия - - - - 2 (1930, 1962)
  СССР - - - - 1 (1966)
  Болгария - - - - 1 (1994)
  Корея Республикаһы - - - - 1 (2002*)
  Марокко - - - - 1 (2022)

¹ 1930 йылда — ярымфиналсылар

Донъя кубогын яулаған һигеҙ команданың 6-һы турнир хужалары булараҡ быға еңә. Донъя чемпионатында еңгән, әммә үҙ илендә уңышҡа өлгәшмәгән йыйылмалар — Бразилия, ул 1950 йылда Уругвай йыйылмаһынан, ә 2014 йылда — Германия йыйылмаһынан ярымфиналында еңелә, шулай уҡ был иҫәпкә Испания ла инә. Англия йыйылма командаһы чемпион титулына тик «өйҙәге» донъя чемпионатында ғына өлгәшә. Чемпион булмаған башҡа командалар йыш ҡына «өйөндәге» чемпионаттарҙа тарихтағы иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә (Швеция 1958 йылда — 2-се урын, Чили 1962 йылда — 3-сө урын, Мексика 1970 һәм 1986 йылдарҙа — сирекфинал, 2002 йылда Корея һәм Япония Республикаһы — 4-се урын һәм 1/8 финал, Рәсәй 2018 йылда — сирекфиналда; Швейцария 1954 йылда үҙенең иң яҡшы һөҙөмтәһен ҡабатлай — 1/4 финал; 1938 йылда Францияның 1/4 финалы һәм 1950 йылда Бразилияның икенсе урыны ла шул ваҡыттағы иң яҡшы һөҙөмтә була).

Донъя чемпионаттарында ҡатнашыу үҙгәртергә

Донъя чемпионаттарының финал турнирҙарында бөтәһе 78 илдең йыйылмаһы ҡатнаша. Түбәндә донъя чемпионатының финал өлөшөнә иң күп сығыш яһаусы командалар һанап үтелә:

Чемпионатта
ҡатнашыуҙар
Йыйылма
22   Бразилия
20   Германия
18   Италия
  Аргентина
17   Мексика
16   Англия
  Франция
  Испания
14   Уругвай
  Бельгия
  • Бразилия һәм Германия һайлап алыу турнирҙарының береһендә лә еңелмәй (Германия чемпионатта ике тапҡыр, 1930 һәм 1950 йылдарҙа ҡатнашмай). Италия ике, Аргентина бер һайлап алыу турнирында еңелә (Италия өс, Аргентина дүрт чемпионатта ҡатнашмай).

Чемпионат үткәреү урынын һайлау үҙгәртергә

Чемпионат Ойоштороусы ил Үткәреү датаһы һәм урыны Кандидаттар[8]
1930   Уругвай 18 май 1929, Барселона   Венгрия,   Италия,   Испания,   Нидерланд,   Швеция
1934   Италия 9 октябрь 1932, Стокгольм   Швеция
1938   Франция 13 август 1936, Берлин   Аргентина,   Өсөнсө рейх
1942[9] Турнир үткәрелмәй   Аргентина,   Бразилия,   Өсөнсө рейх
1946[10] -
1950   Бразилия 26 июль 1946, Люксембург -
1954   Швейцария
1958   Швеция 23 июнь 1950, Рио-де-Жанейро
1962   Чили 10 июнь 1956, Лиссабон   Аргентина,   ФРГ
1966   Англия 22 август 1960, Рим   ФРГ,   Испания
1970   Мексика 8 октябрь 1964, Токио   Аргентина
1974   ФРГ 6 июль 1966, Лондон   Испания
1978   Аргентина   Мексика
1982   Испания   ФРГ
1986   Колумбия[11] 9 июнь 1974, Стокгольм -
  Мексика 20 май 1983, Цюрих   Канада,   АҠШ
1990   Италия 19 май 1984, Цюрих   СССР,   Англия,   Греция
1994   АҠШ 4 июль 1988, Цюрих   Бразилия,   Марокко
1998   Франция 1 июль 1992, Цюрих   Марокко,   Швейцария
2002   Корея Республикаһы/  Япония 31 мая 1996, Цюрих   Мексика
2006   Германия 7 июль 2000, Цюрих   Англия,   Марокко,   КАР,   Бразилия
2010   КАР 15 май 2004, Цюрих   Мысыр,   Марокко,   Ливия/  Тунис
2014   Бразилия 30 октябрь 2007 -
2018   Рәсәй Федерацияһы 2 декабрь 2010, Цюрих   Англия,   Бельгия/  Нидерланд,   Испания/  Португалия,   Австралия,   Мексика,   АҠШ,   Япония
2022   Катар   Австралия,   АҠШ,   Корея Республикаһы,   Япония,   Англия,   Бельгия/  Нидерланд,   Индонезия,   Испания/  Португалия,   Мексика,   Рәсәй Федерацияһы
2026   Канада/  Мексика/  АҠШ 13 июнь 2018, Мәскәү   Марокко
2030 Основные:   Испания/  Португалия/  Марокко
Почётные:   Уругвай/  Аргентина/  Парагвай
4 октябрь 2023   Чили,   Украина,   Греция/  Мысыр/  Сәғүд Ғәрәбстаны
2034   Сәғүд Ғәрәбстаны 31 октября 2023   Ҡытай,   Индонезия/  Малайзия/  Сингапур/  Таиланд/  Вьетнам,   Австралия,   Зимбабве,   Мысыр,   Нигерия,   Үзбәкстан,   Ҡаҙағстан
2038   Ҡытай,   Гана

Әлеге ваҡытта киләһе донъя чемпионатын үткәреү урынын ФИФА Башҡарма комитеты ағзаларытауыш биреү юлы менән турнирға тиклем кәмендә 6 йыл ҡалғас билдәләй. 2010 йылғы донъя чемпионатын үткәреү урыны 2004 йылда, 2007 йылда 2014 йылғы донъя чемпионатын, 2018 һәм 2022 йылғы донъя чемпионаттарын үткәреүселәре асыҡлана.

1930 йылдан алып 1998 йылға тиклем бөтә донъя чемпионаттары йә Европала, йә Америкала үтә. 1934—1938 һәм 1954—1958 йылдарҙа Европала чемпионат рәттән уҙа. 1958 йылдан һуң ярышты сиратлап: бер чемпионатты Европала, икенсеһен Америкала үткәрергә ҡарар ителә.

1982 йылда донъя чемпионаты Испанияла үткәрелә, шул ваҡыттан алып футбол мөхитендә, ниндәй илдә үтеүенә ҡарамаҫтан[12], был турнирҙы ҡайһы берҙә испанса «мундиаль» тип атайҙар (был һүҙ «донъя, донъя чемпионаты» тигәнде аңлата).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Уругвай 1930 2006 йыл 26 апрель архивланған. Официальный сайт чемпионата мира ФИФА.
  2. В 1954—1990 представляла Западную Германию
  3. Участвовал в 1970 как член АФК
  4. Участвовала в 1998 как Союзная Республика Югославия и в 2006 как Сербия и Черногория
  5. Участвовала в 1974 как Заир
  6. Участвовала в 1974 как член ОФК и в 2010 как член АФК. Отбор ЧМ-2006 прошла как член ОФК, но к финальному турниру перешла в АФК
  7. Участвовала в 1938 как Нидерландская Ост-Индия
  8. Курсивом выделены кандидатуры, снявшиеся до выборов
  9. Турнир отменён в связи с продолжавшейся Второй мировой войной. Выборы страны-организатора не состоялись
  10. Турнир не проводился в связи с мировым упадком и экономическим кризисом, вызванным от последствий Второй мировой войны
  11. 5 ноября 1982 Колумбия объявила об отказе от проведения чемпионата мира
  12. http://old.iz.com.ua(недоступная ссылка) — газета «Индустриальное Запорожье»

Һылтанмалар үҙгәртергә