Фаяз

төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме

Фаяз — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтар ҙа был исемде балаһына теләп ҡуша.

Фаяз

Этимологияһы үҙгәртергә

Фаяз исемен башҡорттар ислам дине йоғонтоһонда ҡуша башлаған, ғәр. — бәрәкәт биреүсе, йомарт мәғәнәһенә эйә[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Фараджов Фаяз Гасым улы (әзерб. Fərəcov Fəyyaz Qasım oğlu , 1921 йыл — 19 май 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, һуғыш ветераны.

Мазитов Фаяз Харис улы (15 май 1954, Ғафури районы Ҡауарҙы ауылы) — медицина фәндәре докторы. 1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. 2001 йылдан — «Красноусольск» санаторийы дәүләт унитар предприятиеһы директоры. Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Ғафури муниципаль районы Советы рәйесе урынбаҫары. Ғафури районының Почётлы гражданины (2010)

Фамилиялар үҙгәртергә

Фаязов Радик Рәдиф улы[2] (1960), ғалим-хирург. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында эшләй. Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Атаһының исеме үҙгәртергә

Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы (1948 йыл) — башҡорт шағирәһе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Алтынова Нәйлә Фаяз ҡыҙы (9 июнь 1951 йыл, Өфө ҡалаһы), дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-философ. 1994 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын тамамлаған, фәлсәфә фәндәре кандидаты 1970-1994 йылдар — БАССР Юғары Советы Президиумы ойоштороу бүлегенең, БАССР Юғары Советы Секретариатының яуаплы хеҙмәткәре. БР мәҙәниәте атҡаҙанған хеҙмәткәре.

Хафизов Нәриф Фаяз улы (193527 март 2003 йыл), дәүләт эшмәкәре.

Халиҡова Лилиә Фаяз ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурс лауреаты, халыҡ-ара һәм асыҡ республика конкурсы лауреаты.

Йоносова Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы — Асҡын районы гәзите мөхәррире, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4
  • Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә